Тамашасы һөйөүе12.02.2016
Тамашасы һөйөүеБашҡортостан юлдаш телеканалы илебеҙҙә күп тамашасы ҡараған төбәк каналдарының береһе тип танылды. Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, ул тәүлек әйләнәһенә эшләгән төбәк телеканалдары рейтингында бишенсе урынды яуланы, элгәре йылда алтынсы ине.
Беҙҙекеләрҙе Хабаровск, Түбәнге Новгород, Силәбе һәм Омск телеканалдары ғына уҙып киткән. Ҡалған төбәк телекомпаниялары, шул иҫәптән “Мәскәү-24”, “Санкт-Петербург”, “31-се канал” (Силәбе), ОТВ (Екатеринбург) рейтингтың аҙаҡҡы баҫҡыстарын биләгән. Әйтергә кәрәк: дөйөм исемлектәге каналдарҙың икәүһе генә – беҙҙеке менән ТНВ – тапшырыуҙарҙы туған телдә алып бара. “Яңылыҡтар” тапшырыуы иһә Хабаровскиҙыҡынан ҡала рейтингта икенсе урынды биләй. Өҫтәүенә ул федераль каналдарҙың яңылыҡтары менән типә-тиң ярыша.


Вернуться назад