Ярҙам кемгә тейеш?12.02.2016
Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында байтаҡ мәсьәләләр ҡаралды.
Атап әйткәндә, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова быйыл 1 ғинуарҙан дүрт һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды айлыҡ аҡсалата компенсациялауҙа үҙгәреш индереү хаҡында хәбәр итте. Хәҙер компенсация аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә генә биреләсәк.
Былтыр иһә бындай ярҙам сараһынан 5784 ғаилә файҙаланған. Уның уртаса күләме 2046,82 һум тәшкил иткән.