“Өфө” аэропорты — иң яҡшыһы12.02.2016
“Өфө” аэропорты — иң яҡшыһы “Өфө” халыҡ-ара аэропорты “Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы” милли премияһы менән бүләкләү тантанаһында “Иң яҡшы аэропорт-2015” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Баш ҡалабыҙ авиаузелы шулай уҡ пассажирҙарҙың да юғары ба­һаһын алды, онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса алдынғы тип табылды.
Әйткәндәй, аэропорт былтыр йәй Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлек барышында яңыртылғайны. Капиталь төҙөклән­де­релгән осоу-ултырыу һыҙаты хәҙер “Боинг-747”, “Руслан” һәм “Аэробус-330” кеүек үтә ауыр са­мо­леттарҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә донъя стандарттарына яуап биргән өр-яңы халыҡ-ара терминал тө­ҙөлдө. Ул ғәмәлгә индерелеү менән сит ил йүнәлештәренә сәғәтенә 800-гә тиклем пассажир хеҙмәт­ләндерелә.


Вернуться назад