Аҡса һанарға өйрәнергә ваҡыт12.02.2016
“Финпотребсоюз”дың Башҡортостан төбәк бүлексәһе уҡыусыларҙы финанс ғилеме буйынса яңы дәреслек менән тәьмин итә. Китаптар республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының грант аҡсаһына һатып алынған.

Һәр курс өсөн уҡыу-методика комплекты төҙөлдө. Унда балалар өсөн материалдар, уҡыу программаһы, уҡытыусы өсөн методик тәҡдимдәр, белемде тикшереү күнегеүҙәре индерелгән.
– Дәреслектәр ябай, аңлайышлы телдә яҙылған. Уларҙа ғаилә ҡаҙнаһын дөрөҫ планлаштырыу, тотоноу алымы буйынса мәғлүмәт табырға мөмкин, – ти төбәк бүлексәһе рәйесе Елена Ситдиҡова. – Кешене аҡсаһын һәм мөлкәтен юғалтыу хәүефенән һаҡлау, дәүләт менән ғаилә араһындағы үҙ-ара бәйләнеш, финанс хәлде яҡшыртыу, үҙ эшеңде асыу кеүек мәсьәләләргә ҙур урын бирелә.
Әйткәндәй, бөгөн “Финанс ғилеме”н төбәктәге 15 мәк­тәптә өйрәнәләр.


Вернуться назад