Һөйөнсө! Сабый тыуған!12.02.2016
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республикала 59 196 сабый донъяға килгән, был 2014 йыл менән сағыштырғанда
1,7 процентҡа аҙыраҡ.


Тыуым кимәле Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында һәм ун муниципаль районда артҡан. 2015 йылда 54 107 кеше вафат булған (элгәре йылға ҡарағанда 1,1 процентҡа күберәк). Үлем сәбәптәре иҫәбендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре өҫтөнлөк итә. Яман шештән вафат булыусылар ҙа байтаҡ.
Волга буйы федераль округында, Татарстанда, Башҡортостанда, Удмурт Республикаһында, Сыуашстанда, Мари Элдә, Пермь крайында, Ырымбур өлкәһендә халыҡтың тәбиғи артымы күҙәтелә.
Быйыл 1 ғинуарға Башҡортостанда 4 071 181 кеше теркәлгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда 806 кешегә (0,02 процентҡа) кәмерәк.


Вернуться назад