Ҡолсоралар хәҙер үҙҙәре тегә10.02.2016
Ҡолсора ауыл биләмәһе халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе: бында Әбйәлил эшҡыуары Линара Заһитова “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең теген цехын асты. Әле унда эшкә Ҡолсора, Муллаҡай, Түбәнге һәм Үрге Иҙрис ауылдарынан 56 кеше йәлеп ителгән.

Совет заманында үрҙә һаналған ауылдарҙың ҡатын-ҡыҙы Түбә ҡасаба­һындағы теген цехында мәшғүл булды. Түшәк кәрәк-ярағы, өҫ кейеме тектеләр. Әммә үҙгәртеп ҡороу заманы еткәс, Түбәләге ҙур цех ябылды, ҡатындар эшһеҙ тороп ҡалды...
Ике тиҫтә йыл самаһы үткәс, көрсөк осоронда предприятие асылыуы, уның күптәрҙе эшле итеүе һөйөнөслө. Линара Заһитова белдереүенсә, “Колибри”ҙың беренсе цехы Дәүләт ауылында (Әбйәлил районы) урынлашҡан. Предприятиены киңәйтеү мөмкинлеге тыу­ғас, етәкселәрҙең тәҡдиме менән икенсе цехты ошонда асырға ҡарар иткәндәр.
Теген цехын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәтенән һәм район хакимиәтенән вәкилдәр, биләмә халҡы ҡатнашты.
– Йыш ҡына ауылға ҡайтып йөрөй­бөҙ, халыҡтың эшһеҙ булыуы йәнде әрнетә ине. Хөрмәтле ауылдаштар, цехтың киләсәге үҙегеҙҙән тора. Һеҙ нисек эшләйһегеҙ, бирелгән бурыс­тарҙы нисек үтәйһегеҙ, предприятие ла шулай үҫешәсәк. Цехығыҙ гөрләп торһон, – тине Рим Сыңғыҙов, ауыл­даш­тарының ҡыуанысын уртаҡ­лашып. Район башлығы Илшат Сит­дыҡов иһә:
– Тырышып эшләгеҙ. Башҡаларға ла ҡул ҡаушырырға кәрәкмәй. Бөгөн эшҡыуарлыҡтың төрлө тармағын һайлап үҫешергә була. Эшҡыуарҙарға, фермерҙарға субсидиялар, гранттар биреү буйынса район республикала алдынғылар рәтендә. Мөмкинлектәрҙән файҙаланығыҙ, – тине.
Республика Хөкүмәте Аппараты вәкиле Фирғәт Садиҡов та ҡолсо­раларҙың шатлығын уртаҡлашты.
Теген машинкаһында ултырыусылар ике ай дауамында эш серҙәренә төшөнәсәк, ошо осорҙа уҡыу сти­пен­дияһы түләнәсәк. Линара Шәрифйән ҡыҙы белдереүенсә, ошо көндәрҙә тағы 12 машинка килтереләсәк. Ул саҡта йәнә 24 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Муллаҡайҙан Асия Ниғмә­туллина ошоға тиклем Әбйәлил районында ашнаҡсы булып эшләгән, әле декрет ялында. Цех асылыуын ишеткәс тә ошонда килгән. “Эш оҡшай, бина йылы, яҡты, таҙа. Ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. График та уңайлы: ике көн эшләйбеҙ, ике көн ял итәбеҙ”, – ти ул. Муллаҡайҙан Нәйлә Билалова, Түбәнге Иҙристән Разия Мөхәмәтҡужина, Ҡолсоранан Таңһылыу Мостафина һәм башҡалар ҙа уның һүҙен йөпләне. Әлегә цех хеҙмәткәрҙәре махсус кейем тегә, киләсәктә шулай уҡ балалар кейеменә тотоноу күҙаллана.





Вернуться назад