“Тороп тор, сиратың етмәгән”10.02.2016
“Тороп тор, сиратың етмәгән” Иң яҡшыһы, иң шәбе, иң оҫтаһы тигән төшөнсәләр бар. Әммә ысынбарлыҡта хәл башҡасараҡ та килеп сығырға мөмкин. Сөнки тормошта һәр күренештең үҙ нескәлектәре, үҙ хикмәте.

Февраль аҙағында Америкала 2015 йылдың “Оскар” премияһы лауреаттары билдәләнәсәк. Кинематография өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн актерҙар, операторҙар, режиссерҙар дәғүә итә уға. Быйыл сара 88-се тапҡыр уҙасаҡ.
Әммә тик торғандан низағ тыуҙы. Имеш, актер оҫталығына номинант булған 20 кеше араһында бер ҡара тәнле лә юҡ. Бындай ризаһыҙлыҡты актерҙар Спайк Ли менән Джада Пинкетт-Смит белдергән. Улар премия тапшырыу тантанаһына бойкот иғлан итеү менән янаған.
Ығы-зығынан һуң Америка кино сәнғәте академияһы шунда уҡ артҡа сигенде. Уның президенты Шерил Бун Айзекс: “Үҙгәрештәр ваҡыты етте. Академия ағзалары составын тикшереп, баһа биреп, уны яңыртасаҡбыҙ”, – тине. Тел төбөнән күренеүенсә, “академиктар” сафына ҡара тәнле вәкилдәрҙе күберәк индерергә инде.
Премияға бер генә афроамериканды ла тәҡдим итмәү уларҙың хоҡуҡтарын сикләү, боҙоу тигәнде аңлата тип уйламайым. Бигерәк тә бындай халыҡ күпләп йәшәгән, төрлө милләттәр бер-береһе менән тығыҙ аралашып көн күргән Америкала. Номинант булған бөтә сәнғәт әһелдәре лә шундай юғары баһаға лайыҡтыр, моғайын. Талант, оҫталыҡ бит һинең тән төҫөнә ҡарамай, ул йә бар, йә юҡ. Тимәк, былтыр ҡара тәнле бер актер ҙа иҫ киткес уңышҡа ирешмәгән. Була торған хәл.
Ләкин кемдер был осраҡтан ҙур сәйәси ваҡиға яһамаҡсы. Йәнәһе, ҡара тәнлеләрҙе ҡыйырһыталар. Ҡаршы яҡ та ҡурҡышынан шунда уҡ ғәйепле төҫ алып, “хата”ны төҙәтергә ашыҡты. Ә бер ниндәй ҙә яңылышлыҡ булмауы, ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәүе бер кемде лә борсомай. Көнбайышта барыһы ла тигеҙ булырға тейеш. Юғиһә һине толерантһыҙлыҡта ғәйепләйәсәктәр.
Европаны ғына алайыҡ. Былтырҙан ҡасаҡтар күпләп килеү сәбәпле, сетерекле хәлдәр, хатта ерле халыҡҡа ҡаршы енәйәт ҡылыуҙар күбәйҙе. Тик урындағы етәкселәр уларҙы яҡлап бер ни әйтә алмай. Барыһы ла тигеҙ булырға тейеш. Ғәҙел түгел, тигеҙ булырға.
Бындай миҫалдарҙы беҙҙең тормоштан да табырға була. Мәҫәлән, һәр төрлө премиялар билдәләгәндә, конкурстарға йомғаҡ яһағанда. Мотлаҡ барлыҡ милләт вәкилдәре лә үҙ өлөшөн алһын... Ниңә еңеүселәр бер ғаиләнән, бер ауылдан йә райондан – ярамай!.. Был кеше былтыр йә элекке йыл бүләккә лайыҡ булғайны – тороп торор, башҡалар ҙа бар... Башы йәш әле, олпатыраҡ ағай-апайҙарға эләкһен... Һанай китһәң, миҫалдар күп. Ә ниңә талант мотлаҡ тәүҙә ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланырға, ыҙаланырға, һәләтен таныуҙарына зар-интизар булырға, шул көрәштә һаулығын юғалтып, хатта ер ҡуйынына инеп китергә тейеш? Ярай әле беҙҙә ҡара тәнлеләр юҡ тиерлек. Уларҙан да бер вәкил булырға тейеш тип, теге Америкалағыса ҡыланыр инекме икән...
Мәҫәлән, телебеҙҙе генә алайыҡ. Был ғилемде үҫтереүгә бар ғүмерен бағышлаған, көс еткеһеҙ хеҙмәт һалған ғалим һәм ғалимәләребеҙ булған һәм бар. Исемдәре хаҡлы рәүештә телебеҙҙән төшмәй. Рухиәтебеҙ ҡалҡандары ул ағай-апайҙар. Шул уҡ ваҡытта ошо йүнәлешкә ҙур өлөш индергән йәштәр ҙә бар бит. Ана, Ырымбурҙан рус егете Вячеслав Чернев, бер ниндәй ҙә ғилми дәрәжәһе булмаһа ла, өс-дүрт йыл эсендә башҡорт тел ғилемен пропагандалауҙа күпме файҙа килтерҙе! Кем инҡар итер? Тәүҙә башҡортсаны үҙаллы өйрәнеп, унан Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инде. Бер юлы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Башҡорт телен өйрәнәм” тигән тапшырыу алып барҙы. Унда төрлө милләт вәкилдәренә үҙенең методикаһы буйынса ғилем бирҙе. Бөгөн Вячеслав Польшала магистратурала уҡыһа ла, башҡорт телен үҫтереүҙе, таратыуҙы дауам итә.
Минең уйымса, кеше тик һәләте, тырышлығы, килтергән файҙаһы буйынса баһаланырға тейеш. Спорттағы кеүек. Унда бит берәү ҙә, һин тороп тор, кисә генә беренсе урында алдың, бөгөн иптәшеңә еңеүҙе бир, тимәй. Тик иң етеҙе, иң сосо, иң йылғыры лайыҡлы рәүештә уңышҡа өлгәшә. Ә күп кенә спорт төрҙәрендә урындарҙы билдәләгәндә ҡатнашыусыларҙы секундтың йөҙҙән, меңдән бер өлөшө генә айыра! Шунса ваҡытҡа ғына артта ҡалдың икән, һин еңелдең, бер ниндәй уйлап табылған сәбәп тә ярҙам итмәйәсәк.
Ғәҙелһеҙлек – кешелә иң ныҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙырған күренеш. Әҙәм балаһы теләһә ниндәй ауырлыҡты күтәрергә һәләтле, әммә ғәҙелһеҙлекте түгел. Һәләтлеләр ҙә лайыҡлы баһаланырға тейеш. Тән төҫөнә, енесенә, йәшенә ҡарамайынса. Рус шағиры һәм тәржемәсеһе Лев Озеров әйткән бит: “Һәләтлеләргә ярҙам итергә кәрәк. Булдыҡһыҙҙар үҙҙәре лә булдырасаҡ”.




Вернуться назад