Кемдең студент булғыһы килә?10.02.2016
Йәш саҡ – дәртле осор, киләсәккә яҡты пландар, уйҙар ҡорған, юлдар һыҙған мәл. Шул сағында эргәңдә кәңәш биреүсеһе, икеләнгәндә юл күрһәтеүсеһе лә булһа, ҡайһылай шәп… Башыңды йөҙләгән һорау йөҙәткән, ҡатмарлы тормош тулҡынында тәғәйен урынын билдәләй алмауҙан ҡаңғырған егет һәм ҡыҙҙар етерлек бит. Ә бына Урал аръяғы райондары абитуриенттары һис тә бының менән килешмәҫ.
Йыл һайын Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты коллективы тарафынан Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, “Мираҫ” хәйриә фонды менән берлектә ойошторолған осрашыуҙар — оло тормош юлына баҫырға әҙерләнгән йәш-елкенсәк өсөн көтөп алынған мөһим сара. Сираттағыһы ла бына-бына булырға тора. Студенттарҙың бынан биш-алты йыл элек барлыҡҡа килгән йәмәғәт ойошмаһының маҡсаты – тыуған республиканың кадрҙар ҡеүәтен иң яҡшы, һәләтле, профессиональ белгестәр иҫәбенә нығытыу, белемгә сарсаған егет һәм ҡыҙҙарға юл күрһәтеү, юғары уҡыу йорттары менән таныштырыу. Йәштәрҙең башланғысын ҡушҡуллап күтәреп алған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, “Мираҫ” хәйриә фонды рәйесе Сәлиә Мырҙабаеваның, ваҡыт тығыҙлығына, эшмәкәрлегенең киң ҡоласлы булыуына ҡарамаҫтан, ҙур теләк менән ошо хәрәкәткә ҡушылыуы — үҙе үк мәсьәләнең мөһимлегенә ишара.
Дәүләт Думаһы депутатының фекеренсә, әлегә башҡарма власть тарафынан профессиональ йүнәлеш биреүгә аҙ әһәмиәт бирелә, “йәштәрҙең ошо “аҡ тап”тарҙы бөтөрөргә тырышыуы — күңелле хәл”. Абитуриенттарға һәм ата-әсәләргә илебеҙҙә булдырылған белем алыу тармағының бөтә мөмкинлектәрен, хоҡуҡтарын аңлатыу бик кәрәк тип иҫәпләй ул. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, республикабыҙҙың тап ошо төбәгендә 2013 йылда тәү тапҡыр абитуриенттар өсөн киң ҡоласлы, ҙур сара уҙғарылды ла инде. Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларынан 15 вуз вәкилдәренең һәм республиканың һигеҙ районынан 1200-ҙән ашыу юғары класс уҡыусыларының ҡатнашыуы сараның йәмәғәтселектә ниндәй ҙур ҡыҙыҡһыныу яулауын иҫбатлай.
Ғөмүмән, кадрҙар менән тәьмин итеү, айырыуса дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында белгестәрҙең етешмәүе депутатты борсоған ҡырҡыу мәсьәләләр рәтендә. Йыл да парламенттарҙың баш ҡала гимназияларында юғары класс уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа табип һөнәренең нескәлектәре, медицина вуздарына уҡырға инеү тәртибе тураһында тулы мәғлүмәт биреүенә ғәҙәтләнгәнбеҙ инде. Уның медицина вуздарына маҡсатлы урындар бүлеү буйынса ҙур тырышлыҡ һалыуы һөҙөмтәһендә 2014 йылда 15 абитуриент иң яҡшы уҡыу йорттарының студенты булып китте. Ә былтырғы һөҙөмтәләр тағы ла ҡыуаныслыраҡ: 47 үҫмергә Рәсәйҙең абруйлы медицина вуздарында белем алыу бәхете тейҙе.
Йәштәр – үтә ҡыҙыҡһыныусан халыҡ, күпте күрергә, белмәгәнде белергә тырыша. Дәүләт Думаһы залдары буйлап уҙыу, Санкт-Петербургта Таврия һарайын ҡарау, илдең киң билдәле шәхестәре менән танышыуҙар, һис һүҙһеҙ, эҙһеҙ үтмәйәсәк. Ә шахмат буйынса донъя чемпионы Анатолий Карпов, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүге космонавт Валентина Терешкова менән күҙгә-күҙ әңгәмәләшеүҙәр нисек онотолһон? Тапҡыр телле, йор һүҙле студенттарҙың көтөлмәгән һорауҙарына билдәле сәйәсмәндәрҙең төплө яуаптары, йәштәрҙең иғтибарын ил проблемаларына йүнәлтергә ынтылыуы ла иғтибарға лайыҡ. Ә Мәскәүҙең танылған театрҙарының тамашалары, сәнғәт өлгөләре менән яҡындан танышыу күптәрҙең күңелендә оҙаҡ йылдарға матур тәьҫораттар ҡалдырасаҡ әле. “Арбат” клубында “Мираҫ” хәйриә фонды тарафынан ойошторолған студенттар конкурсы йәштәрҙең ойошҡанлығын, берҙәмлеген, быуындар бәйләнеше ныҡлығын раҫлаған йәнә бер күркәм ваҡиға булды. Ошо ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәгән, егет һәм ҡыҙҙарҙың тормошона сағыу биҙәктәр өҫтәгән Сәлиә Шәрифйән ҡыҙын иң яҡын кешеләре, хәстәрле кәңәшселәре итеп күреүҙәре һис юҡҡа түгел. Ата-әсәңдән, туғандарыңдан алыҫта йәшәгәндә, кәңәш биреүсең, ярҙам ҡулы һуҙыусың, һинең әүҙемлегеңде, уҡыуға өлгөрлөгөңдө ғәҙел баһалап, тантаналы шарттарҙа аҡсалата премиялар менән күңелеңде үҫтереүсе булыуы насармы ни? Мәскәү сәхнәһендә башҡорт һылыуҙарының матурлыҡ конкурсында йыш ҡына депутаттың жюри ағзаһы урынын алыуы ла тәбиғи хәл.
– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы – республикабыҙ студенттарының терәге, әүҙем кәңәшсеһе булған берҙән-бер парламентарий. Ул бөгөнгө йәштәребеҙҙең иңендә иртәгәһе көндөң ятыуын тәрән аңлап эш итә. Ихлас ярҙамды тойған егет һәм ҡыҙҙарҙың рәхмәтле булыуҙарына, йөҙҙө ҡыҙартмауҙарына ышанам. Беҙ унан бер кемдең ҡушыуын, талап итеүен көтөп тормай, үҙ теләгең менән тыуған республика һәм халҡыбыҙҙың өлгөлө имиджын булдырыу хаҡына эшләү мөмкинлеген аңланыҡ, – тине осрашыуҙарҙың береһендә Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе Азат Бадранов.
Сеченов исемендәге беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетына уҡырға ингән Зилә Йыһанурованың да шатлығы ҙур. “Баш ҡала вузында белем алырмын тип кем уйлаған? Хатта хыялланырға ла баҙнат итмәй инем. Ара алыҫ, аҡса яғы наҡыҫ, ә уҡырға инеү балдары ниндәй юғары, тип уйланым. Әммә Өфөлә депутат менән орашыуҙан һуң бөтә икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты, “мотлаҡ Мәскәүҙә белем аласаҡмын”, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Яҙмышымда оло боролош яһарға тәүәккәлләнем. Барыһына ла Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы “ғәйепле”, – ти ҙур ҡәнәғәтлек менән I курс студенты.
Хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәр талап ителә, абруйлы уҡыу йорттарына инеү юлдары ҡатмарлымы, белем алыу һәм йәшәү шарттары нисек, ҡайһы бакалавриат һәм магистратура программалары мөһим?
Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары быйыл да Сибай институтында ойошторолған ҙур сарала ҡатнашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға төплө яуап алыр тип ышанабыҙ. Абитуриенттарҙың республикабыҙ вуздарынан тыш, Мәскәү һыу транспорты дәүләт академияһы, “МАМИ” машиналар төҙөү, Мәскәү урман дәүләт университеттары, М. Ломоносов исемендәге нескә химик технологиялар, “Горный” (Санкт-Петербург) милли минераль-сеймал университеттары һәм башҡа бик кәрәкле һөнәр эйәләре әҙерләүсе уҡыу йорттарында бушлай белем алыу мөмкинлеге бар.
– Маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡып сыҡҡан белгестәргә эшһеҙ ҡалыу хәүефе янамай, – ти парламентарий. – Килешеү төҙөгән ойошма белгесте квалификацияһына ярашлы эш менән мотлаҡ тәьмин итәсәк. Йәштәребеҙгә үҙ урынын табыуҙа, сит-ят ерҙә юғалып ҡалмау өсөн берҙәмлек өлгөһө күрһәткән студенттар ассоциацияһы ағзаларына артабан да рухи ныҡлыҡ, ҙур уңыштар теләйем.