Хәләлдә – бәрәкәт10.02.2016
Хәләлдә – бәрәкәт “Ризығың ниндәй, үҙең дә шундай” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Был әйтемдең хаҡлығын иҫбатлау өсөн ғалимлыҡ кәрәкмәй: кеше лә, барлыҡ йән эйәләре һымаҡ, ашай-ашай үҫә бит. Яҡшы нәмә менән туҡланһаң, көслөрәк, сәләмәтерәк булырһың, аҙығың насар икән – киреһенсә.
Организмға тәьҫир йәһәтенән ризыҡтарҙы хәләлгә һәм хәрәмгә айыралар. Үкенескә күрә, донъя мәшәҡәттәренән ваҡытлыса арыныу, ниндәйҙер кимәлдә кинәнес алыу уйы менән хәрәмгә үрелгәндәр йыш осрай. Үҙҙәрен күрәләтә һәләкәткә илтә улар. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр зыянлы аҙыҡты сараһыҙлыҡтан ҡуллана. Бәғзеләр ағыуҙы хәләл тип уйлап алдана...
Был мәҡәләлә Ислам дине талаптарына ярашлы рөхсәт ителгән һәм сифаты махсус сертификат менән раҫланған продукция хаҡында һөйләү маҡсатын ҡуйҙыҡ. “Хәләл” тигән тамғаға хоҡуҡты кем бирә? Тауар етештереүсегә ул нимәгә кәрәк? Дин һәм медицина тарафынан ыңғай баһаланған ризыҡҡа ихтыяж башҡа илдәрҙә нисегерәк? Шул һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.


Һатыусылар ниҙән ҡәнәғәт?

Аҙыҡ-түлек индустрияһы ныҡ үҫеш­кән, кәсепселәрҙең күбеһе “Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ” тигән принципҡа таянған хәҙерге заманда халыҡҡа хәләлде хәрәмдән айырыуы бик ауыр. Колбасаның, ит ярымфабрикаттарының тышына ни яҙылғанын йыш ҡына уҡып та булмай – хәрефтәре бигерәк ваҡ. Уҡыған хәлдә лә, химик йә биолог түгел икәнһең, аңламаҫһың, сөнки әллә ниндәй ят терминдар ҡулланылған. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: урыҫ телен насарыраҡ белгәндәр алданһын өсөндөр инде, сусҡа итен “шпик” тип күрһәтеүселәр күбәйҙе. Нитраттар, канцерогендар, консерванттар, гены үҙгәртелгән организмдар, яһалма буяуҙар, тәм көсәйткестәр хаҡында мәғлүмәт тә төрлө юлдар менән йәшереләлер. Әгәр тауарҙың нимәнән яһалғаны аныҡ ҡына әйтелмәгән булһа, хаҡы менән сифаты үҙ-ара килеш­мә­гәндәй тойолһа, уны алмау хәйерлерәк, әлбиттә. Һәйбәт ризыҡты, ғәҙәттә, сауҙа кәштәһенә күҙгә салынырлыҡ итеп һалалар, ҡыйбатыраҡ та баһалайҙар.
Өфөлә хәләл ит ризыҡтарын табыуы еңелме? Ҡыҙыҡһынып, иң күп кешене йәлеп иткән “Ашан”, “Лента”, “Магнит”, “Байрам”, “Матрица”, “Полушка”, “Пятерочка” кеүек бер нисә супермаркетҡа инеп сыҡтыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өмөтөбөҙ аҡланманы – мосолмандар өсөн һайлау мөмкинлеге киң түгел. Ҙур сауҙа селтәрҙәренең бер нисәһендә “хәләл”дең ни икәнен дә белмәйҙәр тиерһең. “Байрам” менән “Пятерочка”ла беҙ һораған тауар булды-булыуын, тик ҡайһы берҙәре кешене “мусульманская”, “по-татарски”, “говяжья” тигән яҙыуҙар йәки йәшел төҫтәге ярлыҡ менән генә ылыҡтыра. Һыйыр ите ҡушып эшләнгән һәр нәмә хәләл була алмай бит. Сифатының яҡшы икән­легенә бик тә ышанғы килә былай.
Магазин вәкилдәре әйтеүенсә, “Хәләл” стандарты талаптарына ярашлы эшләү ауыр: мәҫәлән, сертификат­ланған итте башҡаһы менән йәнәш һалырға, бер үк бысаҡ менән ҡырҡырға ярамай, мосолмандарҙы шартына килтереп хеҙмәтләндерерлек айырым һатыусылар кәрәк... Күрәһең, әлегә уларҙы арзан хаҡҡа теләһә ниндәй әйберҙе алып китергә әҙер ҡатлам ҡәнәғәтләндерә.
Уның ҡарауы, күркә ите һатылған “Индюшкин” магазиндарында “Хәләл” стандарты буйынса эшләнгән колбаса­ларҙың, ит деликатестарының байтаҡ төрөн тәҡдим иттеләр. М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының ошо сауҙа маркаһы ҡуйылған хәләл продукцияһын бәлә­кәйе­рәк аҙыҡ-түлек магазиндарында ла күрергә була. Шулай уҡ үҙебеҙҙең тауыҡ ите етештергән фабрикаларҙы, Силәбе өлкәһенең “СИТНО”һын, Миәкә һөт заводын өлгө итеп ҡуйырға мөмкиндер.

Яҡшыны кем яратмаҫ

– Аллаһ Тәғәлә рөхсәт иткән ризыҡ менән генә туҡланған кешеләр нәҫе­ленең, халҡының сәләмәтлеген, имен киләсәген тәьмин итә, – ти Башҡорт­остан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы “Хәләл” стандарты буйынса комитет етәксеһе Әйүп Бибарсов. – Беҙ уларҙы ла, сифатлы аҙыҡ-түлек етештергән эшҡыуарҙарҙы, ойошмаларҙы ла хуплайбыҙ, күберәк булыуҙарын теләйбеҙ.
Әйүп хәҙрәттең белдереүенсә, хәҙерге заманда “хәләл” төшөнсәһе косметика, фармацевтика, финанс, туризм, көнкүреш хеҙмәтләндереүе кеүек өлкәләргә лә ят түгел. Һаулыҡҡа зыянһыҙ һәм дин талаптарына ҡаршы килмәгән күп нәмәгә сертификат ала урындағы етештереүселәр, сөнки “Хәләл” бөгөн сифат билдәһе булыуҙан бигерәк үҙенә күрә бренд, ҡайһы берәүҙәр өсөн имидждың бер өлөшө лә. Башҡортостанда ла мосолман банктары, хәләл кафе һәм ҡунаҡханалар, Исламға ярашлы хеҙмәтләндергән бутиктар, матурлыҡ салондары һ.б. барлыҡҡа килеүе тиктән түгел – йәмғиәтебеҙҙә быға ихтыяж артҡандан-арта. Республика халҡының өстән бер өлөшө этник мосолман тип иҫәплән­гәндә, хәләл тауарҙар етештереүҙең ни тиклем перспективалы йүнәлеш икәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: “Хәләл” тамғаһы дин тотмаған кеше­ләрҙе лә, башҡа конфессия вәкилдәрен дә йәлеп итә. Экологик яҡтан таҙа ризыҡтан кем йөҙ борһон инде. Өфөләге мосолман кафеларының береһенә, мәҫәлән, яулыҡлы һәм түбәтәйле кешеләргә ҡарағанда ҡәҙимге кейемдәгеләр, хатта “бисмилләһ” тип тә әйтә белмәгәндәр күберәк йөрөй. Хәйер, бындай күренешкә һөйөнөргә генә инде: тимәк, хәләл ризыҡ бер­ләштерә, динебеҙгә ҡарата ихтирамды арттыра.
Әйткәндәй, комитет эксперты Рәжәб Мөхәмәҙиев – республикала Ислам дине талаптарына ярашлы саф ризыҡ етештереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Тиҫтә ярым йыл элек ул үҙе Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйөнә килгән дә Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһында тауыҡтарҙы тейешенсә салып, хәләл ит эшләп сығарыу мөмкинлеге хаҡында һөйләгән, фатиха биреүен һораған.
– Изге ниәт тирәләй бик күп теләк­тәштәр тупланды. Ҡайҙа ғына, кемгә генә мөрәжәғәт итһәк тә аңланылар, хупланылар, ярҙам иттеләр, – ти бөгөн Рәжәб хәҙрәт. – Хәләл ризыҡ етеште­реүҙе яйға һалған предприятие етәк­селәре менән һаман да яҡшы мөнәсә­бәттәбеҙ, бер һайлаған йүнәлештән тайпылмайбыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре намаҙ уҡый башланы, хаж ҡылып ҡайтты – ҡыҫҡаһы, иман юлындалар. Ә бит тәүҙә бик ауыр ине: белгестәр етешмәне, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ кисерелде... Хәләл колбаса яһауҙы ни бары дүрт төрҙән башлағайныҡ, хәҙерге ассортиментта иһә 70-ләп атама. Һуғым цехтарында сама менән 30 кеше мәшғүл, уларҙың хеҙмәт шарттары һәйбәт, түләү ҙә насар түгел. Ҡошсолоҡ фабрикаһының үҙендә тәһәрәтхана, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе булдырылған... Дөйөм алғанда, намыҫлы хеҙмәт һәм бәрәкәт – ҡулға-ҡул тотоношоп алға атлаусы бер туғандар ул. Быны тауар етештереүселәрҙең барыһы ла иҫендә тотһа ине.

Инвестицияғыҙ һис шикһеҙ аҡланасаҡ!

“Хәләл” сертификатын алған ойошмалар, эшҡыуарҙар күп яҡлап ота: улар­ҙың тауары бер ваҡытта ла халыҡтың иғтибарынан ситтә ҡалмая­саҡ, илебеҙҙең, хатта донъяның төрлө урынында һанланасаҡ, Диниә назараты ҡарамағындағы комитет та, Исламға бәйле бизнес даирәләре лә баҙарға үтеп инеүҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Бөгөн Рәсәйҙең Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһы – бик абруйлы, әүҙем ойошма. Уны элекке Советтар Союзын­дағы данлыҡлы футболсыларҙың береһе, ҡыҙы ла нәфис гимнастика буйынса Олимпия чемпионы булған Марат Кабаев етәкләй. Яңыраҡ тап ошо шәхестең тырышлығы арҡаһында “Аэрофлот” самолеттарында осоусылар өсөн хәләл меню тәҡдим ителә башланы, Өфөлә Рәсәй Мосолман эшҡы­уар­ҙары ассоциацияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, бушлай юридик консультация үҙәге асылды. Мөмкин­лектәр етерлек!
Әлеге иҡтисади көрсөк шарттарында ла хәләл ризыҡҡа һалынған инвестиция үҙен аҡлаясаҡ. Сит илдәр, Рәсәйҙең һәр тауарын һатып алып бармаһа ла, “Хәләл” тамғаһы ҡуйылғанынан бер ваҡытта ла баш тартмай, тиҙәр. Ғәрәп илдәрендә, бындай сертификаты юҡ икән, ризығыңа хатта боролоп та ҡарамайҙар, имеш. Дөрөҫтөр. Шуны ғына әйтергә уйлайым: сәйәси ҡараш­тар ниндәй яҡҡа үҙгәрһә лә, бер илдә лә халыҡ – ашауҙан, эшҡыуар етеш­тереүҙән, һатыуҙан туҡтап тора алмай. Хәләл, тәбиғи шарттарҙа эшләп сығарылған продукция – Рәсәй экспорты өсөн ифрат ҙур өҫтөнлөк ул.
Иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, донъяла әле 1,7 миллиард самаһы мосолман йәшәй. Был һан йыл һайын яҡынса 1,8 процентҡа артып бара. Хәләл тауарҙарҙың йыллыҡ сауҙа әйләнеше иһә төрлө илдәрҙә уҙған быуат аҙаҡтарынан бирле йылына 70, 40, 20 процентҡа киңәйеп килеп, әле донъяла 1,2 триллион долларҙан ашыу тәшкил итә. “Макдональдс”, “Нестле” һымаҡ эре компаниялар мосолмандар өсөн продукция етештереүгә юҡҡа тотонғанмы ни? Хәләл ризыҡ менән шөғөлләнгәндәр араһында йәһүдтәрҙең дә күплегенә иғтибар итергә кәрәк.
Ҡаҙы, бауырһаҡ, ҡорот һымаҡ милли аҙыҡ-түлегебеҙҙе лә “Хәләл” стандарттарына ярашлы эшләргә мөмкин бит. Ул саҡта конкуренция ла ҡурҡытмаясаҡ, баҙарҙа яңы йүнәлештәр асыласаҡ.
Ғөмүмән, уйлана, ижади ҡараш менән эшләй торған мәл бөгөн. Бәрәкәт, һис шикһеҙ, килер. Хәләл кәсеп менән шөғөлләнгәндәрҙең, хаҡ юлдан барған­дар­ҙың йөҙө ғаиләһе, милләте генә түгел, тотош кешелек, Аллаһ Тәғәлә алдында яҡты булыр.


Вернуться назад