Алтыны ла, көмөшө лә...10.02.2016
Минск ҡалаһында фристайл буйынса Европа кубогының “саңғы акробатикаһы” йүнәлешендәге этабы уҙғарылды. Рәсәйҙең милли командаһы составында унда Өфөләге тау саңғыһы спорты мәктәбенән Кристина Спиридонова, Татьяна Бабич, Руслан Катманов һәм Радмир Гәрәев ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Кристина Спиридонова шәхси иҫәптә алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы, Татьяна Бабич иһә – икенсе урында. Руслан Катманов менән Радмир Гәрәев Европа кубогы этабында ҡатнашҡан спортсыларҙың тәүге тиҫтәһенә инде.

Сараның һуңғы көнөндә уҙғарылған команда ярышында Катманов, Гәрәев һәм Спиридонова алдынғылыҡты яулап, алтын миҙалға лайыҡ булды. Икенсе урында – Швеция, өсөнсөлә – ярыш хужалары командаһы.
Тиҙҙән йәш спортсыларыбыҙ Ленинград өлкәһендә уҙғарылған Рәсәй уҡыусылары спартакиадаһына юллана.

Л. НУРЕТДИНОВА,
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА
әҙерләне.



Вернуться назад