Киҙеү, ниһайәт, сигенә10.02.2016
Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр һаны 177 кешегә еткән, улар араһында 75 бала бар. Дауаланғандан һуң пациенттарҙың 30 процентҡа яҡыны һауығып сыҡҡан, ҡалғандары әле стационарҙа.
Ғинуар аҙағынан Өфөлә киҙеү буйынса карантин иғлан ителде. Әле Күмертау һәм Салауат ҡалаларында, Туймазы, Дыуан, Борай, Балаҡатай, Дәүләкән, Баҡалы, Ҡыйғы, Бүздәк, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарында ла ошондай сара ҡабул ителгән.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сирләп киткән осраҡта үҙаллы дауаланмаҫҡа кәңәш итә. Иҫкәртеүҙең төп алымдары — шәхси гигиена. Әйткәндәй, киҙеүҙең иң киҫкен осорон үткәнбеҙ, ти белгестәр.