Өмөт – үҙебеҙҙең ғалимдарҙа10.02.2016
Өмөт – үҙебеҙҙең  ғалимдарҙа Рәсәйҙең ғилми берләшмәһе һөнәри байрамын билдәләне. Был уңайҙан республикала ғилми эштәр конкурсы еңеүселәрен ҡотлау матур йолаға әүерелгән. Быйыл иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һигеҙ йәш ғалимға һәм 12 ғилми коллективҡа фәнни эштәре һәм ҡаҙаныштары өсөн республика гранттарын тапшырҙы. Аҡсалата бүләктең күләме былтырғынан 90 мең һумға күберәк.

Тантана барышында билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта фәндең үҫеше илдең иҡтисады һәм социаль именлеге өсөн мөһим сығанаҡтарҙың береһе сифатында ҡарала, шуға күрә был өлкәгә ҙур иғтибар бүленә. Фән менән етештереүҙе тығыҙ бәйләү — тәү сираттағы бурыс. Ғалимдарыбыҙҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ғәмәлгә индереү өсөн республикала байтаҡ эш башҡарыла. Шуның менән шөғөлләнгән махсус институттар бар. Юғары уҡыу йорто кимәлендә фәнде үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленәсәк.
Башҡортостандың ғилми-мәғариф комплексы ярайһы уҡ үҫешкән: 69 ойошма, шул иҫәптән федераль академия учреждениелары фәнни эҙләнеүҙәр менән мәшғүл. Республикала мөһим тикшеренеүҙәр бар, тәү сиратта улар нефтте сығарыуға һәм эшкәртеүгә, машиналар эшләү тармағындағы технологияларға, биологияға, биотехнологияларға һәм социаль өлкәгә ҡағыла.
Быйыл конкурсҡа 200-гә яҡын ғилми эш тәҡдим ителгән. Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов билдәләүенсә, тикшереүҙәрҙе уникаль ҡорамалда башҡарыу, уҡыу процесын заманса техник һәм мәғлүмәт сараларын файҙаланып алып барыу һәләтле йәш ғалимдарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирә, республиканың фәнни ҡеүәтен үҫтерә.


Вернуться назад