Һаулыҡ өсөн файҙалы06.03.2012
Велосипедта тиҙ йөрөү ғүмерҙе оҙонайта – 18 йыл дауамында тәжрибә үткәргән Дания белгестәре шундай һығымта яһаған.
Улар 21 – 90 йәшлек 5106 ир менән ҡатынды күҙәткән. Баҡһаң, ирҙәр ҡатындарға ҡарағанда велосипед тиҙлеген тиҙерәк йыя икән. "Тимер ат"та ике сәғәт тирә-йүнгә һоҡланып, яйлап йөрөһәгеҙ, уның һаулыҡ өсөн файҙаһы юҡ. Бының өсөн йөрәк дарҫлап тибергә, дөрөҫ ритм алырға, тимәк, велосипедсы педалде шәп әйләндерергә тейеш.
Әйткәндәй, Данияның баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең 37 проценты ошо транспорт төрө менән файҙалана. Әммә Копенгаген хакимиәте әлеге һөҙөмтәнән ҡәнәғәт түгел: улар 2015 йылға тиклем ҡала халҡының 50 процентын велосипедҡа ултыртырға ниәтләй.