Һыналған, әммә һынмаған10.02.2016
Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуҙы уҙғарған мәлдә әсәйемдең өләсәһе Фәхерйыһан Сәйфетдинова тураһында өлкәндәрҙең һөйләгәне күңелемдә тәрән уйылып ҡалды. Ҙур һынауҙар үткән, әммә бирешмәгән ул.

Һуғыш башланғас, биш бала менән, өҫтәүенә алтынсыға ауырлы булып, яңғыҙы тороп ҡалған ҡәҙерлем. Ире тәүгеләр рәтендә фронтҡа алынған. “Алтынсыбыҙ малай буласаҡ”, – тигән олатай. Балаларын берәм-берәм ҡосаҡлап, һөйөп сыҡҡан да үҙ юлынан киткән. Ул-ҡыҙҙары артынан илай-илай оҙата барған...
1942 йылда ғаиләлә алтынсы сабый тыуған. “Бәләкәсем Фәнилгә күп сәләм”, – тип ҡыуанып яҙған һалдат. Һуңғы хаты була был... Кинйә улы – атайым – “атай” тип өндәшә алмай үҫкән.
Өләсәйем ғүмер буйы олатайҙы көтөп йәшәгән. Балаларына етемлек әсеһен тойҙормаҫҡа тырышып, уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаған, ел-ямғыр тейҙермәгән, ас-яланғас итмәгән. Алдынғы колхозсы булараҡ, исеме почет таҡтаһынан төшмәгән үҙенең.
Ауырлыҡтарға баш эймәгән, балаларын ысын кеше итеп тәрбиәләгән ҡәҙерлебеҙ, хаҡлы ялға сыҡҡас, ул-ҡыҙҙарының, кейәү-килендәренең ихтирам-хөрмәтен күреп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртәрәк – 64 йәшендә генә – баҡыйлыҡҡа күсә ул. Һәр кем өләсәйемде көслө ихтыярлы, сыҙамлы, эшһөйәр, хәстәрлекле кеше итеп иҫкә ала, һағынып һөйләй. Беҙгә, заман йәштәренә, ошондай өлкән быуын вәкилдәре ҙур өлгө булып тора. Улар кеүек ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һынауҙарға һынмаҫҡа, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, еребеҙҙе матурлап йәшәргә тейешбеҙ.

Динара ХӘМӘТШИНА,
VIII класс уҡыусыһы.






Вернуться назад