Алдымда – ышанып баҡҡан күҙҙәр10.02.2016
Мин – уҡытыусы… Тәрән уйға сумам… Ни өсөн һуң нәҡ ошо һөнәрҙе һайланым? Юғары уҡыу йортона ингәндә был һорауға, бәлки, “Туған телемде, әҙәбиәтте һөйәм”, “Балаларҙы яратам” тип яуап биргәнмендер. Ул ваҡытта иңемә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғанымды аңланыммы икән һуң?

Юҡтыр, моғайын. Тәүге тапҡыр эшкә килгәндә лә балаларҙың аҡ ҡағыҙҙай саф күңеленә иң яҡшы сифаттарҙы ғына һалырға тейешлегемде тулыһынса аңлап бөтмәгәнмендер. Хеҙмәтемдең ни ҡәҙәр ҙур яуаплылыҡ талап иткәнен торған һайын анығыраҡ төшөнә барам.
Ысынлап та, уҡытыусы эше ифрат ҡатмарлы. Тикшерелергә тейешле дәфтәрҙәр өйөмө, педагогия кәңәшмәләре, бер-бер артлы килгән тикшереүселәр, шаян, шуҡ балалар, талапсан ата-әсә… Шулай ҙа класс ишеген асып инеү менән борсолоуҙарым юҡҡа сыға. Алдымда – эскерһеҙ күҙҙәр, саф ҡараштар. Һәр ҡайһыһында үҙенсәлекле донъя сағыла. Шул күңел донъяһын һаҡ ҡына асып, уны үҫтерергә ярҙам итергә тейешмен. Баланың ижади мөмкинлектәрен асырға, уны үҙ көсөнә ышандырырға, бөтөн эште атҡара алырҙай шәхес икәнлегенә төшөндөрөргә...
Минеңсә, әҙәбиәт дәрестәрендә төп бурыс – уҡыусының күңелендә эске матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхиткә, тормоштағы төрлө ваҡиғаға тейешле баһа бирергә, үҙаллы белем алырға өйрәтеү. Был маҡсаттарға нисек өлгәшергә һуң? Ошо һорауҙы үҙемә гел бирәм. Яуапты иһә көн һайын эҙләргә тура килә: йә фәнни-методик әҙәбиәттә, йә уҡыусы күҙҙәрендә.
Балалар өсөн мин – кәңәш биреүсе, ярҙамсы. Уларға дәрестә уңышҡа өлгәшеү юлдарын күрһәтмәйем, бары йүнәлеш бирәм. Маҡсатын иһә бала үҙе билдәләргә тейеш. Ошонан сығып, ижади эшмәкәрлеккә аҙым яһала: алдыңа ниәт ҡуйҙың икән, уға өлгәшеү юлдарын эҙләү ҙә һинән тора.
Белем биреү процесында дәреслеккә таянып ҡына эш итеү мөмкин түгел. Баланың күңелен ҡуҙғатыу, иң нескә тойғоларына тәьҫир итеү өсөн уҡытыусы ысын ижадсы булырға тейеш. Үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс һәр дәрес – күп яҡлы эҙләнеү, педагогик оҫталыҡҡа өлгәшеү юлындағы күркәм табыш ул.
Уҡытыусы баланың яҡын дуҫы булырға тейеш: һәр уңышына шатланһын, бергә ҡайғырһын, бәхәсләшһен. Ундай остазды һәр саҡ яраталар. Мин дә, шул юлдан барып, хеҙмәтем аша хөрмәт яуларға теләйем.
Һәр уҡыусының – үҙ мөмкинлеге, үҙ донъяһы. Уларҙы нескә тойоу, һаҡһыҙ ҡағылмау зарур.






Вернуться назад