Тамыр ҡаҡшамаһын, тиһәк10.02.2016
Бала тыуа, хәрәкәтләнә башлай, тәүге өндәрен, һүҙҙәрен әйтә. Уның теле асыла башлағанына ҡыуанабыҙ, һәр әйткәнен иҫтә ҡалдырабыҙ. Ә тәүге һүҙҙәрҙе ниндәй телдә еткерергә тейешлеген үҙ белдегебеҙ менән һайлайбыҙ...

Айырыуса әсә кеше туған телдең әһәмиәте тураһында тәрәнерәк аңларға, күберәк белергә тейештер. Халыҡ – үткән быуын рухы, бөгөнгөнөң һынланышы, киләсәктең нурланышы. Был бөйөк көстө бәйләп тотҡан ҡөҙрәт – уның туған теле. Ошо ҡиммәтенән яҙмаған һәр кеше рухланып, илһамланып йәшәй. Ә инде телдән, тимәк, халҡынан айырылған әҙәм балаһы тамырһыҙға әйләнә. Ул, туған телен белмәгәнлектән, милләттәштәре, туғандары менән аралаша алмай, һөҙөмтәлә быуындар бәйләнеше өҙөлә, нәҫел тамыры ҡаҡшай.
Халыҡтың быуаттар буйы туплап килгән зиһен көсө, рухи ҡиммәттәре, аҡылы нәҫелдән нәҫелгә күсә, һәм уны туған тел аша ғына асып була. Рухи ҡиммәтен белмәгән кеше ошо хазиналар асманына ишек табып инеүҙән мәхрүм.
Әгәр бала ят мөхиткә эләккәнгә тиклем туған телен камил үҙләштереп өлгөрһә, бер ниндәй ерлек тә белгәнен оноттора, уға ҡарата һөйөү һәм ҡәҙер тойғоһон кәметә алмай. Сабыйҙың телмәре, уның нескәлектәрен тойоу һәләте биш-алты йәштә үҫешеп етә, ти белгестәр. Тимәк, телебеҙ, милләтебеҙ яҙмышы – әсәләр ҡулында.
Бөгөн донъя кимәлендә сабыйҙарҙың 70 проценты ике теллелек шарттарында үҫергә мәжбүр. Был, әлбиттә, заман талабы. Ғалимдарҙың тикшеренеүенә ярашлы, бала нисәлер телде бер юлы үҙләштерә ала. Ләкин тәүҙә берәүҙе ныҡлап өйрәнеп, уның төҙөлөшөн төшөнөп өлгөрмәһә, зиһендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килә, телмәр ярлылана. Бер башта төрлө образдарҙың болғаныуы бала өсөн ифрат зыянлы һәм аяныслы. Ул тәүҙә туған телен аңларға, уның нескәлектәренә төшөнөргә тейеш. Артабан башҡаларҙы өйрәнеү файҙаға ғына.
Туған телде юҡҡа ғына “әсә теле” тимәйҙәр. Халыҡ, милләт яҙмышы – әсәйҙәр ҡулында. Телгә һөйөү уларҙың ярҙамында һалына. Рухи ҡиммәтебеҙҙе үҙебеҙ хөрмәтләһәк, уны башҡалар ҙа ныҡлы ихтирам итер.






Вернуться назад