Нормативты үтәй алаһыңмы?10.02.2016
Спорт – мәғариф тармағының айырылғыһыҙ өлөшө. Йәш быуын һау-сәләмәт түгел икән, дәүләтебеҙҙе һәр яҡлап үҫтереү маҡсатын тормошҡа ашырыу мөмкин булмаясаҡ. Ошо нигеҙҙә хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек системаһын кире ҡайтарыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Тарихтан билдәле булыуынса, мәғариф учреждениеларында ГТО программаһы 1931 йылда ғәмәлгә ашырыла башлаған. Уға ярашлы 6 – 60 йәшлектәр нормативтарҙы тапшырыу йәһәтенән даими майҙан тотҡан.
1972 – 1975 йылдарҙа СССР-ҙа 58 миллион кеше программа нормаларын үтәгән. Ошо арауыҡтағы бер ярышҡа 37 миллион бәйгесенең сығыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Күренеүенсә, сәләмәт тормош алып барыу йәмғиәттең төп йүнәлешенә әүерелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуат аҙағында программа тормошҡа ашырылыуҙан туҡтаны. Һөҙөмтәлә күптәр, ваҡытын нимәгә бүлергә белмәгәнлектән һәм маҡсатһыҙлыҡтандыр, насар ғәҙәттәргә өйрәнде, наркомания, эскелек һаҙлығына сумды. Ике йыл элек иһә йола тергеҙелеп, тормошобоҙ яңы һулыш алғандай булды.
Районыбыҙҙа программаға ярашлы байтаҡ сара ойошторола. Ғинуар аҙағында, мәҫәлән, Үрге Йәркәйҙәге 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ГТО фестивале үтте. Унда райондың 18 ойошма-предприятиеһы вәкилдәре ҡатнашты. Йәш буйынса бүленгән командалар төрлө нормативтарҙы үтәү буйынса ҡыҙыу ярыш алып барҙы. Бәйгеселәрҙең араһында мәктәп уҡыусыларының күплеге айырыуса һөйөндөрҙө. Тимәк, йәмғиәтебеҙ һауығыуға табан барасаҡ.
Бындай спорт саралары халыҡ өсөн ифрат мөһим. Әлеге фестивалдә ошо хәҡиҡәткә йәнә бер ҡат инандыҡ. Беренселекте алыу түгел, ә үҙен һынап ҡарау, аралашыу маҡсаты берләштерҙе яҡташтарыбыҙҙы. Еңеүселәр республика бәйгеһенә юл тотасаҡ.