Хаяһыҙҙарҙың намыҫы юҡ06.03.2012
Дағстанда Президент һайлауҙары ваҡытында тәртип һағында тороусы өс полиция хеҙмәткәренең ғүмере ҡыйылған, енәйәт эшен тикшереү башланған.
Фажиғә Хасавюрт районының Октябрьское ауылында булған. Кис, һайлау тамамланғас, полицейскийҙар китергә йыйынған. Һайлау участкаһы эргәһендә ВАЗ автомобиленә ултырып ҡуҙғалырға торғанда, билдәһеҙ әҙәмдәр ут асҡан. Атыш ваҡытында полицейскийҙарҙан тыш, бер енәйәтсе лә үлемесле яраланған. Ҡалғандары тиҙ арала урманға ҡасҡан, улар һәләк булған хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡоралдарын да үҙҙәре менән алған.