Өлгө – ышаныслы һабаҡ09.02.2016
Өлгө – ышаныслы һабаҡ Аҡылдың алтыны – халыҡта, ә быуындан быуынға күсә килгән булмыш ҡанда, тибеҙ икән, бөгөн халҡыбыҙҙың милли мираҫы булған күркәм холоҡ-фиғел сифаттарын туплаған шәхестәребеҙ ниндәй аҡыл алып үҫкән, уларға тәрбиәне кем һәм ниндәй йүнәлештә биргән? Ҡанында боронғо башҡорт булмышын йөрөткән ҡарттарыбыҙ тәрбиә һабаҡтарын нисек тапшыра килгән: мәҡәл ашамы, өлгө күрһәтепме, тәрбиә алымдары менәнме? Ошондай һорауҙар халҡыбыҙ шәхестәренә мөрәжәғәт итергә тигән фекер уятты. Тел ярҙамынан да, ҡул ярҙамынан да бер ваҡытта ла баш тартмай, мөмкин тиклем ярҙам итергә әҙер торған, иғтибарлы, изге күңелле табип Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеванан ошо хаҡта һораштым. Уның медицина фәндәре докторы булыуын, Рәсәй Дәүләт Думаһына ике тапҡыр депутат итеп һайланыуын, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм башҡа баһаларға лайыҡ икәнлеген беләм. Ә бына күңел донъяһына изгелек орлоҡтарын кем һалған? Бәләкәй сағында ниндәй тәрбиә алған? Изгелек орлоҡтары һәйбәт шытым бирерлек уңдырышлы шарттар нисек бар булған? Әйҙәгеҙ, үҙенә һүҙ бирәйек.

– Мин бар булмышым менән татыу ғаиләмә, беҙҙе яратып, иркәләп үҫтергән атай-әсәйемә һәм үҙ балаһындай баҡҡан олатайым менән инәйемә (атайымдың өлкән ағаһы һәм еңгәһе) рәхмәтлемен. Ә инде үҙ өлгөһөндә күңелемә изгелек орлоҡтары һалған ҡартатайыма – ата­йымдың атаһы Мәхейән Өмөтбаевҡа ғүмерем буйы бурыслымын тип иҫәп­ләйем. Ул Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һәм байтаҡ ваҡыт Германияла немецтарҙа әсирлектә булған. Әсирҙәрҙе таратып алып, батрак итеп тотҡандар. Күрәһең, унда байтаҡ нәмәләргә өйрәнеп, күңеленә һеңдереп ҡайтҡандыр. Дүрт улын, беҙҙе, ейән-ейәнсәрҙәрен, тәрбиәләү­гә ныҡ иғтибар итте. Уландарына мөмкин тиклем белем алырға ярҙам иткән. Беҙгә лә, ейән-ейәнсәрҙәренә: “Уҡығыҙ, белем алығыҙ”, – тип кенә ҡуйманы, ә ҡыҙыҡһын­дырыу, үҙебеҙҙә белем алыуға теләк уятыу юлы менән тәрбиәләне. Маҡсатлы тәрбиәләне ул. Ә төп маҡсаты – был тормошта һәр бала үҙ юлын тапһын, күңеленә ятыш һөнәр һайлаһын, тигәндер. Ул ғына ла түгел, әле үткәндәргә ҡайтып уйлаһам, изгелек, яҡшылыҡ орлоғо һалған күңелдәргә: кешегә ярҙам итеү, ҡыуан­дырыу. Хәтергә ныҡ уйылып ҡалғаны шул: олатайым ауылда ғына түгел, яҡын-тирәләге инвалидтарға, ҡул ярҙамына мохтаж булғандарға ярҙам итә торғайны. Ҡайһы саҡта бергәләшергә беҙҙе лә ҡуша йөрөтә. Ә ул кешеләрҙең ҡыуаныуы, рәхмәт әйтә-әйтә арҡанан тупылдатып һөйөүҙәре, олатайыма ҡарата ихласлыҡтары – әле лә йөрәгемә йылылыҡ һирпкән хәтирәләр. Мохтаж булғандарға ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итергә кәрәк тигән фекер шул саҡтан уҡ һалынған зиһенгә. Шуға ла һайлаған һөнәрем аҙ ғына ла икеләнеү, үкенеү тойғоһо уятманы: кешегә иң кәрәкле ярҙам күрһәтеүҙә медицина хеҙмәткәренән дә кәрәгерәк һөнәр кешеһе бармы икән?
Күҙ алдымдан китмәгән күренештәр шул: өйҙә кәштәләрҙә китап, гәзит-журнал туп-тулы була торғайны. Уларҙы атайым беҙгә көн һайын кис бер быуа ҡысҡырып уҡый, туҡтаған урынды билдәләп ҡуя ла иртәгәһенә күп өлөштө һөйләтә (“Ай, әттәгенәһе, уҡыған тиклеменең йөкмәтке­һен хәтерҙән сығарғанмын, ҡайһы тирәлә туҡтаныҡ әле?” тигән һылтау менән һөйләтеп алыр ине), артабан тағы тасуири итеп уҡый. Беҙҙән һөйләткән саҡта телмәр матурлығына, тел байлығына, дөрөҫ һөйләүгә иғтибар итә, маҡтап дәртләндереп ебәрә. Беҙ уның һайын тырышабыҙ.
Атайымдың әсәһе Сәхипъямал Аллабирҙина бик үҙенсәлекле ағинәй ине ауылда. Беҙҙе, ике улының туғыҙ балаһын, йәй көндәре Инәк йылғаһы буйына алып китер ине. Барыбыҙҙың да ҡулдарыбыҙҙа ни ҙә булһа бар: йә тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ, йә түшәп ултырыр балаҫ. Инәк батҡағында ун биш-егерме минут самаһы буялып ятабыҙ ҙа һыуға төшөп йыуынабыҙ. Шунан рәхәтләнеп самауыр сәйе эсәбеҙ. Ә үлән сәйенең хуш еҫе! Йәй көндәре ошо шифалы батҡаҡта дауаланғанбыҙ инде. Ул саҡта мин бигүк аңлап та етмә­гәнмендер. Ә Сәхипъямал өләсәйем йөҙ йәште үткәнсе йәшәне, ауырыу-сырхау булманы. Беҙҙе лә шулай дауалаған, сыныҡтырған.
Миңә ете йәш тулғанда Түкәттән Мәҡсүткә, йәғни атайымдың ауылына, күсеп ҡайттыҡ. Бында мин ике өй араһында йәшәнем. Атайымдың ағаһы Хәкимйән менән еңгәһе Фәриҙәнең (Өмөтбаевтар) үҙ балалары булмағас, мине шул тиклем яраттылар. Ике ғаилә балаһы булып, ике ғаиләнең һөйөү наҙын татып үҫтем.
Яңы йыл беҙҙең өсөн тотош бер мөғжизә була торғайны: кем булып кейенергә теләйбеҙ, шундай кейем әҙерләү, тегеү, биҙәү, әллә ҡайҙан ялтырауыҡтар табып тағыу... Теләгебеҙҙе-хыялыбыҙҙы шартына килтереп тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша торғайнылар. Ә беҙҙең талаптар ябай ғына түгел ине, уҡыған китаптар буйынса герой һайлайбыҙ ҙа мотлаҡ уға оҡшарға тырышабыҙ, улар кеүек ҡыланабыҙ. Хатта бер ваҡыт пистолет һорағас, ағастан эшләп биргәйнеләр. Ҡыш булһа, әкиәттәрҙә генә була торған ҡар һарайҙар өңөү, боҙҙан һындар яһау, борма-борма юлдар һалыу, төрлө буяуҙарға буяу, һырғалаҡ өйөү... Тотош ауыл балалары йыйыла торғайны беҙгә. Яҙ етә башланымы – тағы эш табыла: сыйырсыҡ оялары яһай башлайбыҙ. Ниндәй генә семәр һалмай торғайныҡ ул ояларға! Йәй көндәре бесән, һыбай йөрөргә өйрәнеү... Ә минең тыуған көнөмдө тотош ауыл балалары өсөн байрамға әйләндерә торғайнылар. Ул тиклем балалар уйындарын ҡайҙан иҫләп беҙҙе уйнатҡандарҙыр! Хәҙер уйлап аптырайым. Олатайым өлкән генә йәштә булған бит инде, нисек йыбанманы икән, тип уйлайым. Ауыл балаларында тыуған яҡҡа һөйөү, үҙ-ара татыулыҡ тойғоһо ҡайһылай матур ысулдар менән һеңдерелгән күңелгә!
Ә Әлифә өләсәйем йылға буйына алып төшөп, тыуған яғы, яратҡан Һүрәм йылғаһы тураһында шул тиклем матур итеп һөйләй торғайны. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡош тауыштарына тулы, төрлө-төрлө ағастарға бай, көҙгө миҙгелдә күҙ ҡамаштырырлыҡ төҫтәргә мансылған мөғжизәле урман донъяһына, һалҡын көйөнә лә керҙе шул тиклем матур ағартҡан, сәсте яп-ялтыр ебәктәй иткән тау йылғаһы Һүрәм буйҙарына бәләкәйҙән үк ғашиҡ итте ул мине. Өләсәйем тыуған яғын һағынып, ә мин уның һөйләүенән ошо сихри донъяны күҙ алдыма килтереп, икәүләшеп хыялый булып йөрөй торғайныҡ туғайҙа... Башҡорт дәүләт медицина институтында бергә уҡыған Хәсән Мырҙабаев атлы егет үҙенең шул төбәктән икәнлеген әйткәс тә, йөрәккә ниндәйҙер бер йылы, ҡәҙерле хис урынлашты ла ҡуйҙы. Яҙмышым – Һүрәм буйындағы Ибрай ауылына килен булып төшөргә насип булды.
Өлкән быуын Өмөтбаевтар тәрбиәһенә ғүмерлек рәхмәтлемен: китап уҡырға, яттан тасуири һөйләргә, хәтерҙе нығытырға, кеше хәленә инә белергә, ярҙамсыл булырға, матурлыҡты күрә белергә һәм гүзәллекте тыуҙырырға, бер ваҡытта ла зарланмаҫҡа, фәҡәт мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә, ҡыҫҡаһы, тулы ҡанлы йәшәргә өйрәткән улар.
Бәхетем инде: изгелек урғылып, хис-тойғолар ташып торған мөхиттә үҫтем. Шуға ла күңелем үтә лә нескәлер. Кеше үҙ йомошон, үтенесен һөйләй башлаһа, үҙемдеке кеүек йөрәккә яҡын алам да шунда уҡ ярҙам итеү юлын эҙләй ҙә башлайым. Хатта ял ваҡыттарында ла телефондан шылтыратып йомош менән мөрәжәғәт итһәләр, хәл итеү яғын ҡарайым. Депутатлыҡҡа дәғүә итергә ҡарар ҡылғанда ла ярҙамыма, кәңәшемә мохтаж кешеләргә изгелекте тиҙерәк тә, йылдамыраҡ та күрһәтә алыу мөмкинлегенең киңәйеүе, форсаттың артыуы алғы планда ине. Депутат мандатын алғас, ярҙамыма мохтаж булған кешеләрем, һеҙгә хәҙер тағы ла нығыраҡ ярҙам итә аласаҡмын, тинем, эстән генә ҡыуанып...

Медицина фәндәре докторы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының туғандары, атаһы менән әсәһе, айырыуса олатаһы менән өләсәһе тураһында һөйләгәндәрен тыңлағас, шундай һығымта яһалды: ҡанға һалынған булмышты уятыу, үҫтереү, камиллаштырыу өсөн йоғонтоло тәрбиә һабағы – бәләкәйҙән өлгө нигеҙендә тәрбиәләү.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.



Вернуться назад