Һыу – беҙгә тәбиғәт тарафынан бирелгән иң ҙур байлыҡ. Әммә шишмә һыуы ер тәрәнлектәренән йорттарҙағы крандарға килеп еткәнсе ни ҡәҙәр тырышлыҡ талап ителеүе хаҡында йыш уйланабыҙмы һуң? Ә бына “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре быны яҡшы белә. Улар, үҙҙәре әйткәнсә, һыуҙы ете ҡат ер аҫтынан сығарып, үткәргестәр аша ҡулланыусыға илтеп тапшыра. Предприятие ун биш скважинаны, алтмыш километрға яҡын һыу үткәргес селтәрен хеҙмәтләндерә. Нигеҙҙә, Федоровка, Бала Сытырман, Гончаровка ауылдары халҡын эсәр һыу менән тәьмин итәләр. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә һыу үткәргестәр һуҙалар, яңырталар һәм ремонтлайҙар. Йыуынты һыуҙарҙы таҙартыу шулай уҡ предприятие яуаплылығына тапшырылған. Халыҡҡа транспорт хеҙмәте лә күрһәтәләр.
Әйткәндәй, хәҙер ауыл йорттарында ла ҡала уңайлыҡтары булдырылған. Һыу үткәргестәрҙе, канализация торбаларын ремонтлау һәм яңыртыу йәһәтенән халыҡтан заказ күп. Предприятие хеҙмәткәрҙәре һәр эште еренә еткереп башҡара.
Һыу – йәшәү сығанағы һәм уны һаҡсыл файҙаланыу һәр кемдең бурысы. Предприятие үҙ эшмәкәрлеген шул маҡсаттан сығып ойоштора. Һуңғы осорҙа һыу үлсәү приборҙарын урынлаштырыуға етди иғтибар йүнәлтәләр. Хәҙер халыҡ үҙе лә уға ҙур әһәмиәт бирә. Ә инде үҙ-ара аңлашып эшләү һәр яҡлап отошло.
Һыу менән тәьмин итеүҙә скважинанан башлап ҡулланыусыға илтеп еткергәнсе юғалтыуҙарға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш тигән маҡсаттан сығып эшләй коллектив. Шуға күрә йыһаздарҙы яңыртыуға, һыу үткәргестәрҙе реконструкциялауға ҙур тырышлыҡ һалалар. Мәҫәлән, Бала Сытырман һәм Гончаровка ауылдарында иҫкергән һыу үткәргестәрҙе яңыртҡандар. Мәғлүм булыуынса, республикала “Һыу үткәргес селтәр йыһаздарын техник яңыртыу” программаһы ғәмәлгә ашырыла. Әлеге программа сиктәрендә Федоровка ауылындағы скважиналарҙа өс насосты яңыһына алмаштырғандар. Бала Сытырмандағы һәм Гончаровкалағы скважиналарҙа ла бер нисә яңы насосты эшкә ҡушҡандар. Һуңғыһында ярты километрға яҡын һыу үткәргесте яңыртҡандар.
Федоровка ауылындағы һыу селтәрҙәрен яңыртыу айырыуса әүҙем бара. Сөнки район үҙәге үҫә, һыуға ихтыяж арта. Шуны күҙ уңында тотоп, Садовый биҫтәһендә яңы скважина төҙөп файҙаланыуға тапшырылған, республика бюджеты иҫәбенә бер километр һыу үткәргесте реконструкциялағандар. Үткән йылда бында предприятие үҙ аҡсаһына дүрт насос һәм бер километрҙан ашыу һыу үткәргесте яңыртҡан.
Ғөмүмән, предприятие коллективы селтәрҙәрҙе һәм йыһаздарҙы яңыртыу өсөн бөтөн мөмкинлекте файҙалана. Бюджеттан бүленгән аҡсаға үҙ аҡсаларын да өҫтәп, техник һәм технологик яңылыҡҡа ынтылалар. Булдыҡлының ҡулы буш булмаҫ тигәндәй, предприятиеның финанс хәлен ҡеүәтләү өсөн үҙҙәренең тегеү цехы һәм бөҙрәхана асҡандар. Икеһе лә өҫтәмә табыш бирә.
Коллективта 23 кеше эшләй. Һыу хужалығы тармағында дүрт тиҫтә йылға яҡын тир түккән тәжрибәле Рәфҡәт Ниғмәтуллин, предприятие ойошторолған көндән башлап баш хисапсы вазифаһындағы Мәҙинә Кәримова, алтын ҡуллы иретеп-йәбештереүсе Вячеслав Улядаров, водителдәр Григорий Барышников, Леонтий Митрофанов, мастер Алмаз Вахитов, баш инженер Павел Русаков үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән башҡаларға өлгө күрһәтә. Предприятие менән, йәш булыуына ҡарамаҫтан, оҫта ойоштороусы, производство һәм етәкселек эшмәкәрлегендә бай тәжрибә туплаған Рөстәм Сабитов идара итә.
Рөстәм Наил улы етәкселегендә коллектив сираттағы хеҙмәт йылын ышаныслы башлаған. Киләсәккә бурыс итеп, Бала Сытырмандағы йыуынты һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһын реконструкциялау билдәләнгән. “Водоканал” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә, һыу байлығын дөрөҫ файҙаланыуға һәм әйләнә-тирә мөхиттең именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.