Ағыулы газ – күҙгә күренмәҫ бәлә09.02.2016
Февралдә “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең идарасы компанияһы – “Газпром межрегионгаз Өфө” көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса республика айлығын ойоштора.
14 ғинуар төнөндә Бөрөлә ҙур фажиғә булды. Кис күп ҡатлы йортта йәшәүселәр, газ еҫен тойоп, авария хеҙмәтен саҡырта. Урынға килгән ҡотҡарыусылар фатирҙарҙың береһендә һәләк булған биш кешенең кәүҙәһен таба. Үлемдең сәбәбе – газ менән ағыуланыу.
Әүәл-әүәлдән газды “күҙгә күренмәҫ хәүеф” тиҙәр. Яныуҙан бүленеп сыҡҡан ағыулы продукт – углерод әсемәһе (СО) был атаманы тулыһынса аҡлай. Ябыҡ биналағы һауала ағыулы газ миҡдары 0,08 процент булғанда кешенең башы ауырта, хәле бөтә, күңеле болғана, тыны ҡыҫыла башлай, күреү һәләте кәмей, аңы сыуала. Һулар һауала СО күләме 0,32 процентҡа етһә, кешене фалиж һуға, ул иҫен юғалта, 30 минуттан һәләк булыуы ла бар, ә инде 1,2 процент тәшкил итһә, ике-өс һулыш алыуҙа аңын юғалтып, өс минут эсендә йән бирә.
Газ ярҙамында эшләгән ҡорамалдар (плитә, һыу йылытҡыстар, яныу камераһы асыҡ булған йылылыҡ генераторҙары) файҙаланылған биналарҙа һауаның алмашыныуы тейешле кимәлдә тәьмин ителмәү (төтөн һәм елләтеү юлдарында тартыу көсөнөң юғалыуы, газдың яныуы өсөн һауаның етмәүе) һөҙөмтәһендә ағыуланыу осраҡтары ярайһы уҡ йыш күҙәтелә.


Вернуться назад