Кире ҡайтарылмай09.02.2016
— Дарыухананан бер нисә ҡап ҡиммәтле дарыу алғайным, ләкин уларҙың барыһының да кәрәге теймәне. Ташларға ҡулым бармай. Препараттарҙы дарыуханаға кире алып барғайным, ҡабул итмәнеләр. Ә улар хатта асылмағайны ла...
З. ИЛЬЯСОВ.
Бөрө ҡалаһы.


Дарыухана хеҙмәткәрҙәре хаҡлы рәүештә баш тартҡан. Ысынлап та, дарыуҙар кире ҡайтарылмай торған тауарҙар исемлегенә индерелгән. Әгәр ҙә ташлауы йәл икән, уларҙы кемгәлер һатырға йәки мохтаждарға бушлай бирергә мөмкин. Әгәр препарат сифатһыҙ булған осраҡта йәки файҙаланыу ваҡыты үтеп һатылған хәлдә генә икенсеһенә алмаштырасаҡтар.
Табиптың дарыуҙарҙың да кешегә тәьҫир итеү үҙенсәлектәре һәм һеҙгә килешеү-килешмәүе хаҡында әйтергә онотоуы ихтимал. Шуға дарыу­ханала препараттың инструкцияһы менән яҡшылап танышығыҙ. Әгәр ниндәйҙер шик килеп тыуһа, табип менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ.

Түләнмәй!

— Терапевтарға диспансерлаштырыу өсөн аҡса түләргә тейештәрме? Башҡа поликли­никаларҙа табиптар бының өсөн өҫтәмә эш хаҡы ала, тип ишеткәйнем. Ә беҙгә түлән­мәне...
С. ӘЛИМОВА.
Салауат ҡалаһы.


Рәсәй Хөкүмәтенең 2010 йылдың 31 декабрендә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, медицина ойошмаларына диспансерлаштырыу өсөн бүленгән аҡсаның бер өлөшө медиктарҙың хеҙмәтенә түләүгә йүнәлтелә. Ләкин был участка, дөйөм практика терапевтарына һәм шәфҡәт туташтарына ҡағыл­май. Шуға күрә һеҙгә аҡса түләнмәйәсәк.



Вернуться назад