Әллә тәбиғи көс, әллә биологик ҡорал...09.02.2016
Әллә тәбиғи көс,  әллә биологик ҡорал... Балалар консультацияһында сиратта ултырған саҡта төрлө әсәләрҙе осратырға, күп хәбәр ишетергә тура килә. Әсәйҙәр баланы нисек дауалау, ҡайһы табипҡа мөрәжәғәт итеү тураһында һөйләшә, проблемалары менән ихлас уртаҡлаша. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡта бәғзе ҡатындарҙың уйламай һөйләгәнен йәки үҙенең яңылыш фекерен башҡаларға көсләп тағыуын ишетеп, борсолорға ла тура килә. “Мин бер ҡасан да балама прививка эшләтмәйәсәкмен! Уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Прививка яһауҙы аҡса эшләү өсөн генә уйлап тапҡандар...” Үҙен хаҡ мосолман тип яу һалып, вакцина яһатыуҙан баш тартҡан ҡатындың һүҙҙәре көтөлмәгән хәл булды тип әйтә алмайым. Сөнки һуңғы йылдарҙа, ниндәйҙер сәбәп табып, прививка ны инҡар иткән ата-әсә күбәйҙе.

Прививка ни өсөн яһала һуң? Ул кешелә төрлө йоғошло ауырыуҙарға ҡарата иммунитет барлыҡҡа килтерә. Кешелек тарихына байҡау яһағанда, элек төрлө ауырыуҙарҙан тотош ауылдар, ҡалалар ғына түгел, ә илдәр һәләк булған. Эпидемиялар һуғышҡа ҡарағанда күберәк ҡорбанды алып киткән. Ул саҡта кешеләр был күренеште аңлата алмай, “Юғары көстәрҙең асыуы” тип йөрөткән. Шулай ҙа сәсәк, тағун, ҡыҙылса, ваба һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәрҙән ҡотолоу юлын да эҙләгәндәр. Мәҫәлән, борон балаларға ауырыған кешенең елләтелгән кейемен кейҙергәндәр. Бала организмы вирусты еңеп, унда был ауырыуға ҡарата иммунитет барлыҡҡа килгән. Рәсәй батшалығында тәүге прививканы Антон Петров тигән кешегә яһағандар. Ошонан һуң фамилияһын үҙгәртеп, ул Антон Вакцинов булып китә.
Әҙәм балаһы донъяға яралғандан алып уны һәр төрлө ауырыуҙар эҙәрлекләй. Әммә уларҙың ҡайһы берәүҙәре кешелекте юҡҡа сығарыу көсөнә эйә булған. Бөгөн ундай ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы прививкалар эшләнә. Шуларҙың иң хәүефле булып һаналғандарын, тарихи сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеп, ҡарап сығайыҡ.
Полиомиелит кешеләрҙе меңәрләгән йылдар дауамында аяуһыҙ ҡыра. 1952 йылда Америкала был ҡурҡыныс сиргә 58000 кеше дусар булған. Шуларҙың өстән бер өлөшөн фалиж һуға, 3000-дән ашыуы үлә. Был вирус ауырыуҙың нервы системаһын зарарлай. Полиомиелиттан дауалаған йоғонтоло препарат юҡ. Шуға күрә табиптар уға ҡаршы уйлап табылған вакцинаны йылдан-йыл камиллаштыра. Был вирусты тик кешеләр генә йөрөткәс, уға ҡаршы прививка яһау ауырыуҙы тулыһынса еңергә тейеш. Тик бына бөтә төр прививкаларҙан баш тартҡан кешеләр арҡаһында уның яңынан баш ҡалҡытып, күбәйеүе ихтимал.
Тиф ауырыуы Европалағы 1618 — 1648 йылғы һуғыш йылдарында 10 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙә. Тән температураһы ҡапыл күтәрелеүҙән башланған сир тиҙ арала бар организмды ялмап ала. Тифҡа ҡаршы вакцина II Бөтә донъя һуғышы йылдарында ғына барлыҡҡа килә. Был бик ваҡытлы була, һөҙөмтәлә күп кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалына. Тифҡа ҡаршы вакцина үҫешкән илдәрҙә был ауырыуҙы юҡҡа сығарһалар ҙа, ул Көньяҡ Америка, Африка, Азияның ҡайһы бер өлөшөндә әле булһа осрай. Шуға күрә үлемесле сиргә ҡаршы прививка эшләтеү бер ниндәй бәхәс тыуҙырырға тейеш түгел.
Туберкулез – әҙәм балаһына кешелек барлыҡҡа килгәндән алып һөжүм иткән ҡурҡыныс ауырыу. Хәҙерге тикшеренеүҙәр Египет мумияларында ла уның билдәләре булыуын асыҡлаған. Сир иң тәүҙә үпкәне зарарлай, унан мейегә, умыртҡа һөйәгенә, бөйөргә күсә. 1600 йылдарҙан алып башланған туберкулез эпидемияһы (Великая белая чума) 200 йыл дауам итә. Ауырыу йоҡторған һәр етенсе кеше үлә. 1944 йылда табиптар туберкулезға ҡаршы антибиотик уйлап таба. Медицинаның алға китеүенә ҡарамаҫтан, был ауырыу беҙҙең көндәрҙә лә йылына һигеҙ миллион кешене зарарлай, шуларҙың ике миллионы һәләк була. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: туберкулез илебеҙгә 1990 йылдарҙа әйләнеп ҡайтып, шашынып тарала башлай. Быға илдәге ярлылыҡ, туберкулездың антибиотиктарға ҡаршы тора алған төрө барлыҡҡа килеүе сәбәпсе була.
Ҡара үлем (Черная смерть) – ошоға тиклем тағун (чума) ауырыуының пандемияһы булып һаналды. Ул 1348 йылда Европа халҡының яртыһын юҡҡа сығара. Ҡытай һәм Һиндостан да был сирҙән ҙур ҡаза кисерә. Хәҙер ҡайһы бер ғалимдар “ҡара үлем”дең тағундың пандемияһы булыуын шик аҫтына ҡуя. Был ауырыу һуңғы айҙарҙа бар кешелекте хафаға һалған Эболаға оҡшаған. Бактериялар ярҙамында таралған ауырыуҙың әле лә халыҡ күп йәшәгән, ҡомаҡтар булған ерҙә булыуы ихтимал.
Грипп (биҙгәк) – 1918 йылда бер нисә ай эсендә 20 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән сир. Бер йыл шашынған мәлендә ул 50 – 100 миллион кешене һәләк итә. 1918 йылда булған грипп беҙ йыл һайын кисергән ауырыу түгел, ә уның яңы төрө – ҡош киҙеүе була. Беренсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу осоро булып, һалдаттарҙың бер ерҙән икенсе урынға күсеүе сәбәпле, сир бик тиҙ тарала. Ауырыуҙа, гриптың бар билдәләре күҙәтелеүҙән тыш, уның битенә ҡара таптар сыға, үпкәһенә һыу йыйыла. Эпидемия бер йылдан баҫыла. Шул осорҙағы пандемия ваҡытында иҫән ҡалған кешеләрҙең нәҫелендә грипҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә.
Сәсәк – вакцина булыуға ҡарамаҫтан, 1967 йылда ике миллиондан ашыу кешене һәләк иткән ауырыу. Бөтә Ер шары буйынса миллиондан ашыу кешенең ошо сирҙе кисереү һөҙөмтәһендә һаулығы ныҡ ҡаҡшай. Ошо һәләкәттән һуң Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кешеләрҙе вакцинациялау өҫтөндә ныҡлы эш алып бара. 1977 йылда һуңғы тапҡыр сәсәк менән ауырыу осрағы теркәлеп, сир лаборатория шарттарында ғына ҡалған булып һанала. Әммә 2013-2014 йылдарҙа беҙҙең илдә сәсәк ауырыуының бар билдәләре булған сирҙең яңынан ҡалҡып сығыуы барыһын да хафаға һалды. Тимәк, уның яңынан ҡотороуы ихтимал. Бының сәбәптәренең береһе – кешеләрҙең вакцинациялауҙан баш тартыуы.
Ваба (холера) – кешелек тарихында алты пандемия осрағы теркәлеп, бер нисә миллион кешене һәләк иткән ауырыу. 1800 йылдарҙа сир Европаның иң ҙур ҡалаларында тарала. Ауырыу башланыуға бысраҡ һыу һәм аҙыҡ-түлек сәбәпсе була. Әкренләп сир юҡҡа сыға башлай. Ул тулыһынса еңелде тип уйлағанда, 1961 йылда Индонезияла тарала һәм Ер шарының күп өлөшөн баҫып ала. 1991 йылда 300 мең кеше ошо ауырыу менән зарарлана, шуларҙың 4 меңе һәләк була.
Әлбиттә, бынан тыш бер ниндәй вакцинациялауға бирелмәгән ауырыуҙар бар. Шуларҙың береһе – СПИД. Ул 1980 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Белгестәр фекеренсә, маймылдан кешегә күсә. 1981 йылғы пандемияла 25 миллиондан ашыу кеше һәләк була. Хәҙерге ваҡытта Ер шарында ВИЧ инфекциялы 33,2 миллион кеше йәшәй. СПИД кешенең иммунитетын ҡаҡшата. Унан дарыу бул­маһа ла, тейешле препараттар ҡулланыу ВИЧ-тың СПИД-ҡа әүерелеүенә юл ҡуймай.
Һәр балаға дифтериянан прививка яһалырға тейеш. Дифтерия – йоғошло ауырыу, танау, тамаҡ, боғарлаҡ һәм башҡа лайлалы тиресә зарарланыу менән билдәләнә. 1990 йылдарҙа ошо еңелгән булып һаналған ауырыуҙың эпидемияһы башлана. Миҫал эҙләп алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй: Украинала булған һуғыш илдең иҡтисадын ныҡ ҡаҡшатты. Һөҙөмтәлә уның хөкүмәте медицина өлкәһенә тейешле кимәлдә аҡса бүлмәй һәм дифтерия-столбняк вакцинаһы етерлек кимәлдә алынмай. “Хәҙерге ваҡытта балалар араһында дифтерия, коклюш ауырыуҙары тарала башланы”, – тип белдерә украин табиптары. Был — бик борсоулы хәл, сөнки дифтерия эпидемияһы башланыу хәүефе бар. Шуға күрә ошо прививканан баш тартыу ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын һәр ата-әсә аңларға тейеш.
Яңыраҡ Гвинеяла баш күтәргән Эбола биҙгәге лә ҡурҡыныс тиҙлек менән тарала. Ошо көнгә тиклем унан өс меңдән ашыу кеше үлгән. Эбола биҙгәге 15 илгә янай. Шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эпидемияны еңеү өсөн маҡсатлы эш алып бара, төрлө илдәрҙән медицина хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Тик табиптар үҙҙәре сирҙе йоҡтороу хәүефе аҫтында ҡала.
Эйе, алдынғы технологиялар заманында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙгә төрлө ҡурҡыныс ауырыуҙар һөжүм итә. Ҡайһы бер эпидемия сирҙәре, биологик ҡорал булараҡ, лабораторияларҙа уйлап табыла тигән фараз да бар. Уныһы ябай кешегә ҡараңғы. Шулай ҙа беҙ үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы вакцинациялау ярҙамында күп сирҙәрҙән ҡотҡара алабыҙ. Әлбиттә, ҡайһы саҡта прививка яһатыу ниндәйҙер хәүефле эҙемтәгә килтергән осраҡтар ҙа була. Тик бындай хәл бик һирәк һәм беҙгә янаған ҡурҡыныс ауырыуҙар эпидемияһы алдында сүп кенә. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: бер диндә лә, шул иҫәптән Исламда ла, прививкалар яһатырға ярамай тигән тыйыу юҡ. Был әҙәм балаһын ҡолға әйләндергән секталарға хас. Улар табиптарға мөрәжәғәт итмәй, ауырыған балаһын дауалауҙан баш тартып, үлемгә дусар итә.
Һаулыҡ – донъялағы иң ҙур байлыҡ. Шуға күрә төрлө һынауҙар, хатта ҡорбандар аша уйлап табылған вак­циналарҙан баш тартырға ашыҡмағыҙ. Табиптар менән кәңәшләшеп эш итеү, һәр прививка тураһында тулы мәғлүмәт алыу, тик һау баланы вакцинациялау күңелһеҙ эҙемтәләрҙән һаҡлап ҡаласаҡ.




Вернуться назад