Байрам булғас, шундай булһын!06.03.2012
Ҡырмыҫҡалы районының "Һыуыҡ Шишмә" тарихи-мәҙәни үҙәге Саварни байрамын ойошторған.
Ҡунаҡтарға күңелле һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн нимә генә уйлап тапмағандар! Санала шыуғандар, атта һыбай йөрөгәндәр, тәмле ҡоймаҡ менән һыйлағандар. "Шевле" балалар фольклор ансамбленең сығышы сараны йыр-моң менән биҙәһә, төрлө әкиәт персонаждары булып кейенеп "ҡара көстәрҙе" ҡыуған йәштәр байрамға йәм өҫтәгән. Йола буйынса, Саварни ҡарасҡы яндырыу менән тамамланған.
Сыуаш теленән тәржемә иткәндә саварни "майлы аҙна" тигәнде аңлата һәм йөкмәткеһе буйынса урыҫтарҙың Масленницаһына оҡшаған. Байрам ике аҙна дауам итә.


Вернуться назад