Күп балалы ғаиләләргә ярҙам29.11.2011
26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Әсә көнө” байрамы үткәрелгән Өфөнөң Химиктар мәҙәниәт һарайында булды. Унда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йыйылғайны. Әлеге сара Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” көнөн үткәреү сиктәрендә ойошторолдо.
— Дәүләт әсәләргә ярҙам итеү мәсьәләһен тәүге урынға ҡуя, — тине республика башлығы. — Беҙ әлегә эште башлап ҡына торабыҙ, тәүге аҙымдарҙы яһайбыҙ. Мин, республика етәксеһе булараҡ, беҙҙең әсәләргә еңелерәк булһын өсөн торлаҡ менән дә, ер менән дә, һәр ғаиләлә булған башҡа бик күп мәсьәләләр буйынса ресурстарҙы нисек йүнәлтеү хаҡында йыш уйлайым. Беҙ әле үҙебеҙ теләгәнсә бай һәм уңышлы йәшәмәйбеҙ. Ләкин әсәләрһеҙ, ғаиләләрһеҙ, кешеләрһеҙ илдә бер нәмә лә эшләп булмаясағын аңлайбыҙ. Власть кешеләргә таянып ҡына эшләй ала, кешеләргә ярҙам итеп кенә эш итеүе мөмкин һәм эш итергә тейеш.
Президент күптән түгел ҡул ҡуйылған “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды иҫкә төшөрҙө. Был документ өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән граждандарға торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы биреүҙе күҙ уңында тота. Инвалид бала тәрбиәләүсе кешеләр ҙә ошондай уҡ хоҡуҡ менән файҙалана аласаҡ.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле участкалар межалана, уларға инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелә.
— Ер участкаларын дөрөҫ бүлеүҙе көйләргә һәм һәр квадрат метрҙы арзаныраҡ итеү хаҡында уйларға кәрәк, — тине ул.
Рөстәм Хәмитов тарихта еңелдән булмаған осорҙа йәшәүебеҙҙе лә билдәләне.
— Һайлау алды мәлендә тәнҡит күп, ҡайһы саҡта ул бик ғәҙел, — тине Президент. — Ләкин йәмғиәтте бәхәсле мөхиткә әйләндерергә ярамай. Ни тиһәң дә, беҙ бер маҡсат менән йәшәргә тейеш: беҙгә тыныс, имен тормош кәрәк. Ул ваҡытта ысынбарлыҡты яҡшырта аласаҡбыҙ, мул тормошта йәшәйәсәкбеҙ.
Рөстәм Хәмитовтың сығышынан һуң сәхнәгә күп балалы өс ғаилә сыҡты. Уларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Президенты:
— Һеҙҙең торлаҡ проблемағыҙҙы хәл итеү тураһында Өфө хакимиәте башлығы менән һөйләшеп килешелде, — тине. Шунан, ғаиләләрҙең береһенә мөрәжәғәт итеп, тиҙҙән уларҙың микроавтобусы буласағы хаҡында әйтте.
— Был — һеҙҙең барығыҙға ла беҙ эшләй алғандың бәләкәй генә өлөшө, — тине ул.
Галина БАХШИЕВА.


Вернуться назад