Бензинда нефть күпме?09.02.2016
“Нефттең хаҡы төшөү менән АҠШ-тың барлыҡ заправкаларында ла бензинға хаҡ түбәнәйгән. Ни өсөн беҙҙә ул үҙгәрешһеҙ ҡалды?”
А. КАМАЛОВ.

— Рәсәйҙәге бензин хаҡында нефттең өлөшө 10 процент тәшкил итә, ә АҠШ-та иһә — 60 процент (инфографиканы ҡарағыҙ). Шуға күрә нефткә хаҡ төшһә, уларҙа бензин арзаная, ә беҙҙә юҡ. Илебеҙҙә бензин хаҡының ҙур өлөшөн билдәләгән һалымдарҙың да нефткә әллә ни бәйләнеше юҡ һәм улар менән бергә кәмемәй. Баррель 15 долларға тиклем арзанайған осраҡта ғына файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым ставкаһын кәметәсәктәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә, киреһенсә, хаҡтың ҡиммәтләнеүе ихтимал, сөнки нефть компаниялары экспорттан алған килемдәренең кәмеүен бензин хаҡын арттырыу иҫәбенә ҡапларға тырыша.


Вернуться назад