Монополия ҡотҡарасаҡ09.02.2016
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федерация Советының алкоголле эсемлектәрҙе етештереүгә һәм һатыуға монополия индереү хаҡындағы тәҡдимен хуплап сыҡты. Идеяның авторҙары фекеренсә, был баҙарҙа ялған тауар һатылыу процентын кәметәсәк һәм федераль бюджеттың килем өлөшөн тулыландырырға ярҙам итәсәк.

– Бөгөн дәүләттең техник спирттың әйләне­шенә контроллек итеү хоҡуғы юҡ, – тине Константин Борисович. – Йыш ҡына, осһоҙ хаҡҡа алданып, кешеләр сифатһыҙ алкоголле эсемлек ала. Шул уҡ ваҡытта ағыуланыу осрағында улар үҙҙәренең ризаһыҙлыҡтарын дәүләт власына төбәй. Араҡыны вәкәләтлек бирелгән дәүләт нөктәләрендә генә һатыу кешеләргә сифатлы һәм стандартҡа ярашлы продукция алыу мөмкинлеген гарантиялар ине.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе фекеренсә, спиртты һатыу йәһәтенән Европа илдәрендәге тәжрибә миҫал була ала. Бында әлеге кәсеп закондар менән көйләнгән.


Вернуться назад