Сүп-сарға ла... һалым?09.02.2016
Үткән аҙнала “сүп-сарға һалым индерәләр” тигән яңылыҡ йәшен тиҙлегендә илде урап сыҡты. Әммә Дәүләт Думаһында әлеге мәғлүмәтте кире ҡағалар. “Рәсәйҙә сүп-сарға һалым индерелмәйәсәк. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм был сүп-сарҙы сығарыу өсөн тәғәйенләнгән сумма бары тик торлаҡ өсөн түләүҙәрҙән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә күсереләсәк, йәғни квитанцияның бер өлөшөнән икенсе өлөшөнә генә”, — тип аңлата парламентарий Леонид Огуль.

Шул уҡ ваҡытта сүп-сарҙы сорттарға айырыу мәсьәләһе көн ҡаҙағында ҡала. Депутаттың фекеренсә, беҙҙең халыҡ әле булһа ҡалдыҡтарҙы тәғәйен контейнерҙарға бүлеп һалыу тәртибен ҡабул итеп бөтмәй. Билдәле булыуынса, үҫешкән илдәрҙә сүп-сар күптән инде айырым һауыттарға йыйыла, һәм был йәһәттән хатта махсус программалар ҙа булдырылған. Парламентарийҙар ошо мәсьәләне лә яйға һалмаҡсы. Әлегә улар сүп-сарҙарын сорттарға айырған граждандарға түләү хаҡын кәметеү һәм тарифты йорттоң дөйөм майҙанынан түгел, ә кеше башынан сығып билдәләү тәҡдиме өҫтөндә эшләй.


Вернуться назад