19 мартҡа тиклем "Юморина-2012" республика йәштәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Бының өсөн Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Юмор һәм сатира байрамында йәштәр, студенттар, ижади коллективтар, айырым башҡарыусылар ҡатнаша һәм пантомима, клоунада, пародия, күләгә театры, фотоһүрәт, шарж, көлкөлө видеоклип һәм башҡа жанрҙарҙа сығыш яһай ала.
Ғаризаларҙы
[email protected].
[email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.