“Ҡара алтын” һатылмай09.02.2016
Дәүләт Думаһы депутаттары илдең иҡтисади үҫеш министрына “ҡара алтын”ды сит илгә һатыуҙы туҡтатып тороу тәҡдиме менән сыҡҡан.
Атап әйткәндә, парламентарийҙар биш йыл дауамында нефтте сит илгә һатыуҙы бөтөнләй тыйырға һәм иғтибарҙы Рәсәйҙең эске иҡтисади үҫеш стратегияһына йүнәлтергә саҡыра. Депутаттар Рәсәйҙең партнерҙар алдындағы йөкләмәһен дә инҡар итмәй. Шуның өсөн дә процесс эҙмә-эҙлекле, һатыу күләмен йылына кәмендә 20 процентҡа ҡыҫҡартыу иҫәбенә тормошҡа ашырырға кәрәк тигән фекерҙә улар. Иң мөһиме – реформа эске иҡтисадты үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелергә тейеш.
“Психологияла “үлем зонаһы” тигән төшөнсә бар, йәғни стереотиптарҙан арыныу. Ҡайһы саҡта бындай үҙгәрештәр тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти булмаған ҡылыҡтар менән оҙатыла кеүек. Әммә ваҡыт үтеү менән кеше үҙ тормошон ҡырҡа үҙгәртә һәм, ғәҙәти мөхиттән арынып, иҫ киткес уңыштарға өлгәшергә мөмкин”, — ти депутаттар.