Зыянлы икән, акциз һалырға!09.02.2016
Теләһә ниндәй дәүләттең үҫеш нигеҙендә иммиграция һәм эмиграция сәйәсәте ята. Нисә кешенең сит илгә күсеп китеүе, нисәүһенең, киреһенсә, Рәсәйҙе төбәк итеүе тураһындағы статистика мәғлүмәттәре асылда илдең иҡтисади хәле тураһында һөйләй. Мәҫәлән, һуңғы 15 йыл эсендә Рәсәй Федерацияһына башлыса Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән күп күсеп килгәндәр, ә рәсәйҙәр үҙҙәре иһә, айырыуса сит илдә киң һорау менән файҙаланған һөнәрҙәргә эйә булғандар Германияла, Израилдә, Финляндияла һәм АҠШ-та йәшәүҙе хуп күргән. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта белгестәр рәсәйҙәрҙең “үҙ илебеҙҙә тыныс” позицияһын һаҡлауын билдәләй. Бигерәк тә Америкала йәшәргә теләгәндәр һаны бермә-бер кәмегән. Күптәр тыуған төйәктәренән ситтә көн итһә лә, киләсәктә үҙҙәрен бары Рәсәйҙә генә күрә. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил артыҡ тигәндәй, тыуған ерҙе бер ни ҙә алмаштыра алмай шул.
Рәсәй Хөкүмәте зыянлы аҙыҡ-түлеккә акциз билдәләргә уйлай. Һүҙ тәү сиратта пальма майы һәм газлы эсемлектәр хаҡында бара. Был исемлектә чипсы менән электрон тәмәкене күрергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Һәр хәлдә әлегә тәҡдимдәр өйрәнелә, фекер алышыу бара.
Башланғысты ил ҡаҙнаһын байытыу маҡсатында ғына ғәмәлгә ашырылған алым тип ҡабул итергә ярамай. Хәйер, бәлки, уныһы ла барҙыр. Әммә белгестәр тәү сиратта бөтөнләйгә тыйып булмаған аҙыҡтарҙы ошондай юл менән булһа ла сикләргә теләй. Сөнки барыбыҙға ла билдәле ярым фабрикаттарҙың, картуф чипсыларының, соя соусы менән майының, газлы эсемлектәрҙең зарары хаҡында бер бөгөн генә саң ҡаҡмайҙар.
“Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы составында шәкәр һәм химик ҡатнашмалар булған эсемлектәргә лә өҫтәмә һалым индерергә тәҡдим итә. Был тәү сиратта шәкәрҙе саманан тыш ҡулланыуға һәм ошоға бәйле сирҙәргә ҡаршы көрәш сараһын әүҙемләштереү маҡсатында эшләнә”, – тип аңлатма бирә белгестәр. Ҡыҫҡаһы, йә составында май һәм шәкәр миҡдары күп булған тауарҙар исемлеге төҙөләсәк, йә иһә шәкәр менән пальма майына ғына акциз һалынасаҡ. Һуңғы осраҡта зыянлы аҙыҡ-түлеккә хаҡ артасаҡ һәм ихтыяж да кәмейәсәк.
Әлегә иһә алда пальма майын акцизлаштырыу бурысы тора. “Был продуктҡа акциз һис шикһеҙ һалынасаҡ”, – ти белгестәр. Бәлки, 1 июлдән үк тоннаһына яҡынса 200 доллар ставкаһы билдәләнер. Тағы бер тәҡдим — тауар хаҡының 30 проценты күләмендә акциз һалыу. Әйтәйек, бөгөн бер тонна пальма майы яҡынса 600 доллар тора, тимәк, ставка 200 доллар тәшкил итәсәк. 30 процент – бик түбән ставка, тиеүселәр ҙә бар. Миҫал өсөн, бер ҡап тәмәкелә акциз өлөшө – 40 процент, ә ваҡ сауҙа селтәрендә һатылған араҡы хаҡында 50 проценттан да күберәк. Әгәр акциз былтыр уҡ ғәмәлгә индерелгән булһа, ҡаҙнаға яҡынса 160 миллион доллар (12,2 миллиард һум) аҡса керер ине.
Әммә таяҡтың икенсе башы әлеге лә баяғы һатып алыусының елкәһенә төшмәҫме икән? Сөнки бөгөн маргарин һәм май етештереүҙә пальма майын алмаштырған продукт юҡ. Магазин кәштәләрендә тулып ятҡан ябай маргариндың 60 проценты пальма майы ҡулланып етештерелгән. Әгәр майҙың хаҡы, әйтәйек, 33 процентҡа арта икән, маргарин да 20 процентҡа ҡиммәтләнәсәк. Был шулай уҡ ондан бешерелгән тәм-том ризыҡтарына ла, икмәк-ҡалас ашамлыҡтарына ла ҡағыласаҡ.