Йыраҡтағы Яҡын Көнсығыш...09.02.2016
Йыраҡтағы Яҡын Көнсығыш... Тарихты үҙгәртеп булмай тиһәләр ҙә, Яҡын Көнсығыштың яҡынса йөҙ йыл элек, Ғосман империяһы тарҡалғандан һуң, билдәләнгән сиктәрен яңынан бүлеү башланды. Һәм был тәү сиратта Ираҡ менән Сүриәгә ҡағыла. Хәйер, Ираҡ дәүләтенең этноконфессиональ билдәләр буйынса өс ҡатламға бүленәсәге хаҡында күптән һөйләйҙәр. Әммә бөгөн АҠШ, Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәбстаны әлеге идеяны тормошҡа ашырыуға ныҡлап тотонмаҡсы.

2 февралдә Ҡурдистан президенты Мәсүд Барзани Ҡурд автономиялы районының бо­йон­дороҡһоҙлоғон таныу мәсьәләһе буйынса референдум иғлан итте. Дөрөҫ, Мәсүд әфәнде дәүләтселекте түгел, ә тәү сиратта ҡурдтарҙың үҙаллылыҡҡа берҙәмлек күрһәтеүен күҙ уңында тотоуын әйтеп ысҡындырҙы. Әммә Барзани барлыҡ милләттәрҙең дә үҙбилдәләнеш хоҡу­ғына лайыҡ булыуына, берәүҙең дә халыҡты был азатлыҡтан мәхрүм итә алмауына, ғөмүмән, “бойондороҡһоҙлоҡ Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән тәбиғи хоҡуҡ” булыуына ныҡлы инана һәм ышана.
Уның билдәләүенсә, ошоғаса күпселек сәйәс­мәндәр ҡурд халҡының хоҡуғына ҡағылышлы ялған фекер таратҡан. Асылда иһә Яҡын Көнсығыштағы Ҡурдистан дәүләте – ысынбар­лыҡ, һәм ул үҙ хоҡуҡтарын билдәләргә лайыҡлы. “Көтөп ятырға ярамай. Берәү ҙә килеп беҙгә бойондороҡһоҙлоҡ бүләк итмәйәсәк. Беҙ быға лайыҡлы, һәм Ҡурдистан халҡы уны талап итергә, ғәмәлгә ашырырға тейеш”, – тине үҙенең сығышында Барзани.
Ғөмүмән, һуңғы бер нисә йылда Ираҡтың ҡурдтар йәшәгән төбәге ғәрәптәрҙең Мосул менән Киркук биләмәләрен, шулай уҡ ҙур Төньяҡ нефть ятҡылығын яулап алыу иҫәбенә үҙ автономияһын ҙурайтырға, Төркиәгә айырым нефть үткәргес һалыу юлы менән финанс бойондороҡһоҙлоғон көсәйтергә тырышты. Әммә әлеге лә баяғы ИГИЛ террорсылары, нефттең арзанайыуы хыялдарға кәртә булып ятты, төбәкте банкротлыҡҡа дусар итте.
АҠШ иһә Яҡын Көнсығыштың сиктәрен яңынан бүлеү идеяһы менән күптән яна ине, әммә һүҙҙән эшкә күсергә генә йөрьәт итмәйерәк торҙо. Өҫтәүенә һуңғы ваҡытта бойондороҡһоҙ Ҡурдистандың да яңы концепцияһы барлыҡҡа килде: автономиялы республика ғына түгел, Сүриәнең ҡурдтар йәшәгән төбәктәре лә һуғыш һөҙөмтәһендә Дамасктағы үҙәк хөкүмәттең контроленән сыҡты. Вашингтонда иһә ваҡыт үтеү менән Иран ҡурдтарының да Ҡурдистан дәүләте составына инергә теләк белдереүенә ышана.
Был осраҡта Төркиә менән генә килешеүе ауырыраҡ. Бындағы халыҡтың 40 проценты – ҡурдтар. Етмәһә, 2015 йылдың көҙөнән бирле илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡурдтар менән һуғыш бара. Уларҙы баҫып алыу маҡ­сатында Төркиә армияһының иң яҡшы көстәре йәлеп ителгән. Шул уҡ ваҡытта ҡурд боевиктары ҡулындағы күпселек ҡоралдың АҠШ менән Евросоюз илдәренеке булыуын да оноторға ярамай. Хәйер, ярҙам ҡорал менән генә сикләнһә икән. Ҡурдистандың эшселәр партияһы лидер­ҙары күптән инде Евросоюз биләмәләрендә яҡлау тапты, ә боевиктары иһә АҠШ-тың үҙендә “белем ала”. Ҡыҫҡаһы, Төркиә НАТО ағзаһы булһа ла, Вашингтон менән уның Европалағы союздаштары Төркиәне, кәрәк икән, хатта биләмәләрендә ҡурд автономияһын ойоштороу юлы менән булһа ла, тарҡатыуға, көсһөҙлән­дереүгә барасаҡ. Юҡҡа ғына НАТО Сүриә конфликтына әүҙем рәүештә Анкараны ла (өҫтәүенә Рәсәй менән бәрелештереп) йәлеп итмәне лә баһа!
Төркиә лидерҙары ла килешкән. Үҙҙәренең сәйәси “ҡапҡанға” эләгеүҙәрен аңлаһа ла (бәлки, һаман ышанып бөтә алмайҙарҙыр), Мәскәү менән ярашып, иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе, туристик ағымды тергеҙәһе урынға шул “тырмаһын” һөйрәй, хатта Рәсәйҙең Сүриәләге хәрбиҙәре менән низағлашырға ла әҙер.
Ә Сүриәне тарҡатыуға иһә ныҡлап тотон­маҡсылар: Урта диңгеҙ буйында алавиттар берәмеген булдырырға, төньяҡта Анкара ҡарамағындағы төрөк-асман зонаһын төҙөргә, Алеппо, Хомс, Хаманы һәм Сүриә автономиялы республикаһының үҙәк өлөшөн сөнниҙәргә бирергә, ҡурдтар йәшәгән биләмәләрҙе ҠАР контроленә тапшырырға уйлайҙар. Шул уҡ ваҡытта йәһүдтәр Голан бейеклеген яулауын дауам итә. Ашығалар... Ашыҡмаҫлыҡ та түгел шул. Рәсәйҙең һауа-йыһан оборонаһы әлегеләй әүҙемлек күрһәтһә, йәйгә Сүриә автономиялы республикаһының байтаҡ өлөшөн азат итеп, шул иҫәптән Сүриә-Төркиә сиген дә тулы контролгә аласаҡ. Ә был тәү сиратта контрабанда ағымына – нефткә, ҡоралға – юл ябыласаҡ тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә ҡораллы оппозицияның “ихтилалына” ла көн бөтәсәк...
Кемгә кәрәк һуң бындай сәйәси аҙым? Былай ҙа “һуғыш шаңдауы”нан арына алмаған Анкара менән Эр-Риядҡамы, бойондороҡһоҙлоҡ дау­лаған ҡурд халҡынамы, көнө-төнө террор­сыларға ҡаршы һуғыш алып барған Сүриәнең үҙенәме, әллә, Төркиә менән Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек ҡеүәтле илдәрҙе “йүгәнләп”, уларҙың “ҡулы” менән Сүриә киңлектәренән Рәсәйҙе ҡыҫырыҡларға маташҡан АҠШ-ҡамы? Нисек кенә булмаһын, сиктәрҙе бүлеү теләгенең низағһыҙ ғына тормошҡа ашырылғанын ишеткән юҡ әле. Яҡын Көнсығыш йырағая...






Вернуться назад