Аҡса иҫәп ярата09.02.2016
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы йыл башынан банктарға туғыҙ миллиард һум күләмендә кредит бурыстарын ҡайтарырға ярҙам иткән. 24 миллиард һумға торошло 120 меңдән ашыу башҡарыу эше иҫәптә торған.

Бурыстар менән эш иткәндә суд приставтары төрлө мәжбүри саралар ҡуллана. Мәҫәлән, сит илгә сығыу мөмкинлеген сикләйҙәр, мөлкәткә, автотранспортҡа, банк иҫәбенә арест һалалар, енәйәт эше ҡуҙғаталар.
Эш мәлендә уларға төрлө хәл менән осрашырға тура килә. Һуңғыһы ошо көндәрҙә Йәрмәкәй районында була. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе агролизингка алған техника өсөн бурысын ваҡытында ҡайтара алмай. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатырға йыйынғас, бурысын тотоп үҙе килә. Өс йөҙ мең һумлыҡ сумманы ул ун һәм илле һумлыҡтар менән йыйған! Суд приставтары был аҡсаны иртәнән кискә тиклем иҫәпләргә мәжбүр була. Ни генә тимә, бурыс ҡайтарыла.




Вернуться назад