Самолет ҡолаған09.02.2016
Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандан Ан-2 самолеты ҡолауға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ваҡиғаны Урал тәфтиш идаралығы тикшерә.
Оператив төркөм һауа судноһы төшкән урынды, һәләк булғандарҙың кәүҙәһен ентекләп тикшергән. Фажиғә урынынан экспертиза үткәреү өсөн авиация яғыулығы өлгөләре, документтар йыйып алынған. Бынан тыш, һуңғы техник хеҙмәтләндереүҙе үткәргән авиатехникка тейешле һорауҙар бирелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 6 февралдә урындағы ваҡыт буйынса 12 сәғәт 45 минутта Ырымбур өлкәһенең Гай районындағы Саверовка ҡасабаһы янында нефть үткәргесте тикшереү барышында һауа судноһы һәләкәткә осраны. Һөҙөмтәлә өс кеше – судно командиры, икенсе пилот һәм нефть ташыу менән шөғөлләнгән компания хеҙмәткәре – һәләк булды.