Енәйәттәр һаны артҡан09.02.2016
Башҡортостан былтыр теркәлгән енәйәттәр һаны буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынды биләгән.

Генераль прокуратураның хоҡуҡи статистика порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала уҙған йылда 70 938-ҙән ашыу енәйәт ҡылынған. Элгәре йылда иһә был күрһәткес буйынса Башҡортостан 11-се урында булған (53 111). Ә иң енәйәтсел төбәктәр тип былтыр илебеҙҙең баш ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Свердловск өлкәһе танылған.


Вернуться назад