Халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк09.02.2016
“Айырым төҙөлөштәр ҡаланың йөҙөн насарлай һәм кешеләрҙең мәнфәғәттәренә зыян килтерә”. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән әңгәмәлә ошондай фекер белдерҙе.
— Минеңсә, бындай төҙөлөштәр ҡаланың күркәмлеген юҡҡа сығара, айырым кешеләр даирәһе өсөн генә килем сығанағын тәшкил итә. Баш ҡалаға унан файҙа юҡ, — тине республика етәксеһе. — Йәшәү шарттары насарая, уңайлыҡтар кәмей. Шуға күрә мин киң төҙөлөш яҡлымын. Был осраҡта биләмә алдан әҙерләнә, үҫеш планы төҙөлә.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Өфө етәкселегенең ошо өлкәләге ғәмәлдәре бигүк ҡулай түгел.
— Аҙағынаса тикшерелмәгән ҡарарҙар ҡала халҡына көсләп тағыла. Кешенең фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Теге йәки был төҙөлөшкә халыҡ ҡаршы сығып, меңдәрсә ҡултамға йыя икән, уларҙың фекерен иҫәпкә алып, мотлаҡ төҙәтмә индерергә кәрәк, — тине төбәк Башлығы. — Туҡтап ҡалған төҙөлөштәрҙән “илселәр” килә миңә. “Аҡса бүленде, котлован ҡаҙылды, сығымды кем ҡаплар?” — ти улар. Баштан уҡ нимә уйлағандар? Халыҡ менән ниңә кәңәшләшмәгәндәр? Йәмәғәтселек тикшереүен исем өсөн генә үткәргәндәрме?
Әгәр яңы төҙөлөштәр законды боҙоп төҙөлә икән, уға рөхсәт биргән вазифалы кешеләргә ҡарата ҡаты ҡарар ҡабул ителәсәген белдерҙе ул.