“Көрсөккә бирешмәҫбеҙ”09.02.2016
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһының XV съезы эшендә ҡатнашты.

Съездың пленар ултырышын асып, партия рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев, “Берҙәм Рәсәй” — президенттың сәйәси ресурсы, һәм ул яңы сәйәси циклға ышаныслы аяҡ баҫа”, — тип билдәләне.
Партия етәксеһенең фекеренсә, 2016 йылғы һайлауҙа еңеү яулау “Берҙәм Рәсәй” өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
— Илебеҙҙә хәл ярайһы уҡ ҡатмарлы, сәбәптәре барыбыҙға ла билдәле. Проблемалар етерлек, бөтә яҡтан беҙгә баҫым яһайҙар. Шуға күрә уңыштарыбыҙ тураһында отчет биргән осорҙа түгел, ә һынауҙар заманында еңеп сығыу “Берҙәм Рәсәй” өсөн бик мөһим, — тине Дмитрий Медведев. — 2008—2011 йылдарҙағы көрсөктә бирешмәнек, нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Еңеп сығыу өсөн мөмкинлектәр бар. Стратегик яҡтан дөрөҫ һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итә, үҙ фекеребеҙҙе яҡлай һәм идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашыра алабыҙ.


Вернуться назад