Мөмкинлектәр киңәйә06.03.2012
Туймазы районында, республикала тәүгеләрҙән булып библиобус эшләй башланы.
Микроавтобусҡа махсус стеллаждар ҡуйылған, унда төрлө китаптар, гәзит-журналдар табырға мөмкин. Теләгәндәр өсөн баҫмаларҙың электрон варианты ла әҙерләнгән. Унан тыш күсмә китапханала "КонсультантПлюс" белешмә-хоҡуҡи системаһы, Интернет селтәре менән ҡулланыу, документтарҙы сканерлау мөмкинлеге бар.
Туймазы районында 113 тораҡ пункт иҫәпләнә, уларҙың 36-һында ғына китапхана бар. Хәҙер иһә төбәктә йәшәгән һәр кем ошо мөмкинлектән файҙалана ала.


Вернуться назад