Кредит түләүҙәрҙең ауырлығын иңдә түгел, тәндә татыныҡ...05.02.2016
Кредит түләүҙәрҙең ауырлығын иңдә түгел, тәндә татыныҡ... Ульяновск ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл тураһында ишеттегеҙме? Коллектор, бурыслыны ҡурҡытырға теләп, тегенең фатирына тәҙрә аша “Молотов коктейле”н ташлай. Шартлатҡыс ике йәшлек баланың карауатына барып төшә. Сабый ниндәйҙер мөғжизә менән генә иҫән ҡала, әммә тәненең 40 проценты бешә... Ошо ваҡиғанан һуң Рәсәйҙә коллекторҙарға бәйле хәлде Генераль прокурор Юрий Чайка үҙ күҙәтеүе аҫтына алды, ә Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко тейешле законды ҡабул итеүҙе тиҙләтергә саҡырҙы һәм ул үҙ көсөнә ингәнсе бурыс ҡайтартыу эшмәкәрлеген туҡтатып торорға кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.

Олатаһының
үтесе өсөн
сабый яуаплымы?


Ульяновскиҙағы бәлә осраҡлы хәл дә, тиле кешенең ҡы­ланышы ла түгел: коллек­торҙар берләш­мәһе күптән инде хаттин ашты. Элегерәк улар бу­рыслыларҙы эҙәрлекләү, тәүлек әйләнәһенә шылтыратыу, нервы­ларын “ашау” менән генә сикләнә ине. Күрәһең, ваҡытында туҡ­тар­ға оноттолар: бөгөн яндырырға ла, үлтерергә лә күп һорап тормайҙар... Хатта бик аҙ сумма өсөн дә...
Ульяновскиҙа, әйтәйек, “ғүмер хаҡы” 40 мең һумдан да кәм баһаланған булған. Аҡылы теүәл кеше өсөн баланың бер күҙ йәше лә миллиондарҙан ҡиммәтерәк... Бәлки, коллекторҙар агентлығына эшкә алғанда кешелек сифаттарын махсус рәүештә юйҙыра­ларҙыр? Әллә кандидаттар араһынан иң ҡанһыҙҙарын, яуыздарын һәм мәкерлеләрен генә һайлап алалармы икән? Нисек кенә булмаһын, үтес арҡаһында бала ғүмерлеккә ғәрип ҡалды... Баҡтиһәң, ике йәшлек сабыйҙың олатаһы ваҡытында тиҙ генә займ биреүсе ойошманан 4 мең һум кредит алған булған икән. Ундай урында һораған суммаңды минутында сығарып һалалар, әммә проценттары... Һөҙөмтәлә бурыс бер нисә айҙа алты тапҡырға арта. Сабыйҙың ата-әсәһе һөй­ләүенсә, улар был сумманы түләй, әммә бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә коллектор тағы 40 мең һум таптыра башлай...


“Ҡапҡан”ға эләгеүе ауыр түгел, тик ҡотолоуы...

Ғөмүмән, бындай миҫалдар Ульяновскиҙа ғына түгел, үҙе­беҙҙә лә етерлек. Өфө ҡала­һында йәшәүсе Рәмил Ишназаровтан коллекторҙар бына ярты йыл инде 20 мең һум талап итә. Иң ҡыҙығы, бәлки, иң ҡыҙға­нысылыр, Рәмилдең бер ниндәй банктан да кредит алғаны бул­маған. Һорау — ҡайҙан хасил булған һуң был үтес? Аңла­тыуҙарынса, коллекторҙарҙың “ҡапҡан”ына эләгеүе ауыр түгел. Хәҙер паспорт мәғлүмәттәре менән ҡыҙыҡһыныусы ойошмалар бихисап. Хатта ҡайһы бер матурлыҡ салондарына ла паспортһыҙ үткәрмәйҙәр. Ә был дәлилдәр мутлашыусыларҙың ҡулына барып эләкмәҫ тип кем гарантиялай? Берәү ҙә. Һөҙөм­тәлә кеше үҙе лә белмәҫтән кредит ала. Ә заемсының аҡсаһы үҙ ваҡытында банкка ҡайтарыла башламаһа, шул көндән, хатта сәғәтенән кредиттың тотош суммаһына штраф проценттары өҫтәлә. Әгәр түләү бер нисә тапҡыр һуңлаһа, бурыстың икеләтә артыуы ихтимал. Ә инде оҙаҡ тотҡарланһа, банктың кредитты коллекторға һатыуын көт тә тор. Бына шунан килеп сыға ла инде бурыслыларҙы эҙәр­лекләү, тәүлек әйләнәһенә шылтыратып, нервыларын “ашау”, төрлө юлдар менән аҡса талап итеү...
Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында йәшәүсе Әлмира Нурмөхәмәтованың улы­ның банкка бурысы арҡаһында һы­йырһыҙ ҡалғанын да хәтер­ләй­ҙер әле гәзит уҡыусылар. Уның кинйә улы кредитҡа телефон алған да бурысын ҡай­тармаған. Бер йыл эсендә бай­таҡҡа артҡан сумма өсөн коллекторҙар әсәһенең һыйырын алып киткән. Ярай әле хоҡуҡ һаҡлау органдары, был хәл тураһында “эҫе” мәлендә белеп ҡалып, контролгә алды. Тағы бер миҫал. Күптән түгел бер танышым илап шылтырата. Уға ла әлеге лә баяғы коллекторҙар көн күрһәтмәй икән. Бер көндө хатта шылтыратып, ҡыҙҙарының юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булып ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәндәр, тиҙ арала авария урынына килеп етеүҙәрен һора­ған­дар. Нимә эшләргә белмәгән атай-әсәй ҡойолоп төшкән, ҡайҙа барып бәрелергә белмәгән... Шунда уҡ ритуаль хеҙмәттәр салонына шылтыратып, машина һорағандар... Бер аҙҙан тағы телефон шылтыраған, һәм унда бер ир үҙен коллектор тип таныш­тырған, баяғы хәбәрҙең “шаяртыу” булыуы, ғаилә тиҙ арала бурысын ҡайтармаһа, бындай “шаңҡытыу терапиялары” килә­сәктә лә буласағын иҫкәрткән.
Ошондай уҡ хәлдә ҡалған беҙ белмәгән, ишетмәгән кеше­ләр күпме? Ә бит коллек­торҙарҙың әлеге ҡыланыштары ҡануниәткә лә, әҙәп нормаларына ла тап килмәй. Улар күрәләтә кеше хоҡуҡтарын боҙа. Баҫым яһағаны, ҡурҡытҡаны, янағаны өсөн һәр кем коллекторҙы судҡа бирергә хоҡуҡлы. Әгәр үҙегеҙ йөрөргә баҙнат ҡылмаһағыҙ, адвокатҡа мөрәжәғәт итергә була.


90-сы йылдарҙан “сәләм”

Ғөмүмән, коллектор хеҙмәтен яңы барлыҡҡа килгән система тип әйтеп булмай. Хәтерләһәгеҙ, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында бындай алымды “счетчикка ултыртыу” ти торғай­нылар. Ул осорҙа рэкетирҙарҙан зыян күргәндәр тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә була. Әммә һү­ҙебеҙ бүтәнсә юҫыҡта. Кем уйла­ған йылдар үтеү менән бан­диттарҙың был алымын ниндәй­ҙер кимәлдә юридик һәм иҡти­сади даирәлә ышаныслы “йөҙгән” ябай кешеләр ҙә үҙләштерә башлар тип... Ә бит был системаға бер килеп эләктең икән, нисек кенә ҡурҡыныс яңғырамаһын, ҡотолоуы ауыр — үтес күпме түләһәң дә кәмемәй, арта ғына...
Ә коллекторҙарҙың иһә үҙ һүҙе генә һүҙ. Бәлки, профессиональ коллекторҙар берләшмәһе Улья­новскиҙағы фажиғәне лә ғәҙәттән тыш хәл итеп күрһәтергә теләр. Йә­нәһе лә, хулигандарҙың эше. Хәйер, килеп сыҡмаҫ. Уларға ҡа­рата компромат етерлек йы­йылған инде. Мәҫәлән, яңыраҡ Дондағы Ростов ҡалаһында бер коллектор балалар баҡсаһына шылтыратып, хеҙмәткәрҙәре банкка бурысын ҡайтармаһа, бинаны шартлатыу менән янаған... Мәскәү эргәһендә, коллек­торҙарҙың баҫымына түҙмәй, 27 йәшлек полиция хеҙмәткәре үҙ-үҙенә ҡул һалған... Былтыр Санкт-Петербургта 12 йәшлек ҡыҙ унынсы ҡаттағы фатирынан һикереп һәләк булған... Эйе, эйе, был осраҡта ла коллекторҙар ғәйепле. Иң аяныслыһы — ҡыҙҙың да, уның ата-әсәһенең дә берәүгә лә бурысы булмаған. Аҙаҡ асыҡ­ланыуынса, “ҡара исемлек”кә улар ҡуртымға алған фатирҙың хужалары эләккән булған икән...
Ошонан һуң да бындай “белгес”тәрҙең эшләргә, ғөмүмән, иректә йәшәргә хоҡуҡтары бармы икән? Ә бит улар тыуҙырған фажиғәләр аҙым һайын. Ләкин ошоғаса бер коллекторҙың да язаға тарттырылғаны, үҙ ғәйебен танып, кемдәндер ғәфү үтенгәне хаҡында ишеткән юҡ.


Боҙ ҡуҙғалды

Үткән йыл аҙағында Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайка кредиттарҙы ҡайтарыу процесында теркәлгән енәйәт эштәре тураһындағы ғаризаларҙың бер­мә-бер артыуын билдә­лә­гәйне. 2013 йылдан алып ул 21 меңдән ашып киткән. “Әммә енәйәт эштәре айырым осраҡ­тарҙа ғына ҡуҙғатыла, был ысынбарлыҡтағы законһыҙ ғәмәлдәрҙе дөрөҫ сағылдырмай”, — тине Генпрокурор һәм мәсьәләне төптән өйрә­нергә ҡушты. Бөгөн килеп Улья­новскиҙағы хәл бар илде тетрән­дерҙе. Һөҙөмтәлә тиҙ арала коллекторҙар эшен көйләүсе махсус закон ҡабул итергә уйлайҙар. Әлеге ваҡытта был йәһәттән Дәүләт Думаһында бер нисә проект өҫтөндә эш алып барыла. Берәүҙәр бурыслыларға миллион һумлап штраф һалырға тәҡдим итә, икенселәр, һәр мәсьәлә буйынса ҡарар суд нигеҙендә генә ҡабул ителергә тейеш, тип бара. Һәр хәлдә, боҙ ҡуҙғалды. Тик бының өсөн ике йәшлек сабыйҙың тереләй утта яныуын көтөргә кәрәк булдымы икән?..




Вернуться назад