Йәнә беҙҙең баш ҡала һайланды05.02.2016
Рәсәй төбәктәре араһында “Проф-IT. 2016” бәйгеһенең финалын ойоштороуға конкурс тамамланды. Республикабыҙ еңеүсе тип табылды. Тимәк, ҙур сара апрель аҙаҡтарында Өфөлә үтәсәк.

– Бәйгелә биш төбәк ҡат­нашты. Улар араһынан тап Башҡортостан биргән заявка инфраструктура һәм урында мәғлүмәт технологияларын үҫтереү кимәле йәһәтенән уңайлы күренде. “Проф-IT. 2016” финалының юғары кимәлдә үтәсәгенә иманым камил. Өҫтәүенә, быйыл, төбәкте мәғлүмәтләштереү проекттары араһындағы төп бәйгенән тыш, ҡатнашыу­сылар өсөн байтаҡ ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар ойош­тороласаҡ, – тип белдерә Электрон дәүләттең эксперт үҙәге етәксеһе Павел Хилов.
Конкурсты асыу тантанаһына сараның күсмә флагын “Проф-IT. 2015”те үҙҙәрендә үткәргән Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре алып киләсәк. Әйтергә кәрәк, бәйгенең символын тапшырыу күркәм йолаға әүерелгән.
Башҡортостанда финалға сыҡҡандарҙы ҡаршылауға әҙерлек әүҙем бара. Сара Конгресс-холда буласаҡ.
Республикала мәғлүмәт­ләш­тереү һәм мәғлүмәт технологияларын үҫтереү мәсьә­ләһенә ҙур иғтибар бүленә, һөҙөмтәлә төбәк был йүнә­леш буйынса тотош ил ки­мәлендә алдынғылыҡ яулай. “Проф-IT. 2016” бәйгеһен йомғаҡлау саралары республика белгестәренә генә түгел, тотош йәмғиәт өсөн әһә­миәтле буласаҡ.
– Әлеге ҙур форумда ҡат­нашыусыларҙы ҡабул итеү электрон дәүләтте, мәғлүмәти йәмғиәтте һәм, ғөмүмән, IT өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, – тине республиканың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин.





Вернуться назад