Байрам бүләге итеп...06.03.2012
Өфөлә 8 Март алдынан фәҡәт ҡатын-ҡыҙ өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо.
Сарала 800-ҙән ашыу гүзәл зат ҡатнашты. Уларға медицина, мәғариф учреждениелары, финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе ойошмалар, шулай уҡ социаль хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиелар – йәмғеһе 30 эш биреүсе 400-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итте. Һөйләшеү үткәрелгәндән һуң, 160 кеше эшкә саҡырылды. Байрам айҡанлы тағы бер йәрминкә 15 мартта үтәсәк, унда ҡатын-ҡыҙҙарға эш урындарын сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, ҡунаҡханалар һәм ресторандар тәҡдим итәсәк.


Вернуться назад