“Алтын ҡаурый”лы Мар. Сәлим05.02.2016
“Алтын  ҡаурый”лы  Мар. Сәлим Мәскәүҙең Е.В. Колобов исемендәге «Яңы опера» театрында журналис­тарҙың «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» тигән юғары наградаһын тапшырыу танта­наһы үтте. Уға республиканан тәүгеләрҙән булып журналист һәм яҙыусы Марсель Сәлимов эйә булды.

Яҙыусының сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле. 30 йыл дауамында «Һәнәк» журналының баш мөхәррире булып эшләгән ҡәләм оҫтаһы — күп ижади конкурстар еңеүсеһе, халыҡ-ара премиялар лауреаты. Әҙәбиәт йылында ғына ла ул Өфөлә һәм Мәскәүҙә дүрт китап сығарыуға өлгәште. Әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән һәм Рәсәйҙең, сит илдәрҙең баҫмаларында донъя күргән.
«Алтын ҡаурый»ҙы яҡташыбыҙға танылған совет журналисы, хәҙер ЮНЕСКО-ның генераль директоры советнигы Генрих Юшкявичюс тапшырҙы һәм яҙыусының ижадына юғары баһа бирҙе.





Вернуться назад