Төҙөгән илдең киләсәге имен05.02.2016
Төҙөгән илдең киләсәге имен Ошо көндәрҙә Республика йортонда үткәрелгән эш кәңәшмәһендә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов адреслы республика инвестиция программаһын 2015 йылда тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаны һәм уның буйынса 2016 –2018 йылдарға бурыстар билдәләне.

– Инвестиция программаһы аша беҙ республикабыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, социаль объекттар төҙөйбөҙ. Бурысыбыҙ – күләмде һаҡлап ҡалырға тырышыу, уларҙың эшен тәьмин итеү. Былтыр һәм элгәрге йылдарҙа өлгәшелгәндәрҙе лә юғалтмау шарт, – тине республика етәксеһе. – Мәҫәлән, былтыр балалар баҡсалары, дөйөм белем биреү учреждениелары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Салауат ҡалаһында күп йүнәлешле дауахана, Мишкәлә хирургия корпусы, Сибайҙа балалар художество мәктәбе һәм башҡалар сафҡа индерелде.
Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков әйте­үенсә, адреслы республика инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу барышында 2015 йылда 10 миллиард һум үҙләштерелгән. Башҡортостандың ҡала һәм райондарында 24 балалар баҡсаһы, өс дөйөм белем биреү учреждениеһы, дүрт физкультура-һауыҡтырыу комплексы, өс һаулыҡ һаҡлау ойош­маһы, шулай уҡ мәҙәниәт, социаль сәйәсәт, ауыл һәм һыу хужалығы объекттары файҙаланыуға тап­шырылған.
Быйыл программаны 7,8 миллиард һум күләмендә финанслау, аҡсаны 10 объектҡа йүнәлтеү күҙаллана. Улар иҫәбенә Тәтешле районындағы мәҙәниәт йорто, Бөрөләге мәҙәни үҫеш үҙәге, Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылындағы мәктәп менән балалар баҡсаһы, Федоровка ауылындағы, Бөрйән районындағы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәптәр, Учалылағы балалар баҡсаһы, Белорет һәм Бәләбәй ҡалаларындағы административ биналар, Стәрлетамаҡтың Көньяҡ-көнбайыш биҫтәһендәге янғын депоһы инә. Шулай уҡ Бөрйән, Ҡариҙел райондарында мәктәп, Бүздәк, Саҡмағош, Яңауыл райондарында балалар баҡсаһы төҙөлә башлаясаҡ.





Вернуться назад