Эш хаҡы буйынса бурыс артҡан05.02.2016
Республикала эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәренә 300 миллион һум самаһы бурысы йыйылған.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2015 йылдың 1 ғинуарынан алып төбәктә хеҙмәт хаҡын түләү буйынса бурыстың артыуы күҙәтелә. Былтыр был күрһәткес 152,3 миллион һум (2 361 хеҙмәткәргә) тәшкил итһә, быйыл 1 ғинуарға ул, бөлгөнлөккә төшкән предприятиеларҙың түләргә тейешле аҡсаһын иҫәпкә алмағанда, 294,6 миллион һумға (5 780 кешегә) еткән.
Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс Өфө (148,2 миллион һум), Октябрьский (36,5 миллион), Ишембай (34,9 миллион) ҡалаларында, Туймазы районында (16,9 миллион) айырыуса күп. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, үткән йыл башында ғына төбәктәге өс предприятиела эшләгән 118 хеҙмәткәргә 3,4 миллион һумлыҡ эш хаҡы түләнеп етмәгән.


Вернуться назад