Уҡытыусылар өсөн тура бәйләнеш05.02.2016
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында белем биреү хеҙмәткәрҙәре өсөн “ҡыҙыу элемтә” эшләй башланы. Теләге булған һәр кем 8 (347) 218-03-34 һандарын йыйып, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы биреү мөмкинлегенә эйә.

Эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-ға тиклем ойошторолған “ҡыҙыу элемтә” барышында дәртләндереү, компенсация түләүҙәре, уларҙың айырмаһы, хеҙмәт хаҡын тотҡарлаған өсөн эш биреүсенең яуаплылығы хаҡында мәғлүмәт алырға була. Сара тураһында Мәғариф министрлығының рәсми сайтындағы “Иғтибар үҙәгендә” тигән киҫәктә ентеклерәк танышырға мөмкин.


Вернуться назад