Йәнә 10 мең...05.02.2016
Хеҙмәттәшебеҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән китабы әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Башҡортса сыҡҡан баҫма, тиҙ арала танылыу яулап, урыҫ, сыуаш, татар телдәренә лә тәржемә ителде. Балалар йортонда тәрбиәләнгән етем балаларҙың әсе яҙмышын һүрәтләгән әҫәр хәҙер китап кәштәләрендә юҡ. Уҡыусыларҙың үтенесен иҫәпкә алып, повесть З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ҡабаттан баҫылды. Тиражы – 10 мең дана.
Әйткәндәй, повестың тәүге өлөштәре иң башта “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргәйне. Бынан һуң авторға бихисап рәхмәтле хаттар килде. Уҡыусылар ҙа, оло быуын әҙиптәре лә йәш яҙыусының әҫәрен хуплап сыҡты.
“Беҙ, тормошто — әҙәбиәткә, әҙәбиәтте — тормошҡа, тибеҙ. Айгиз үҙенең әҫәре менән тап шуға өлгәште. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәре был юлы осмот та тап килмәне. Күрәһең, эске әҙерлеге төплөлөр. Шунса һынауҙарҙы үткән бит — рухи сымырылыҡты ла, сослоҡто ла әйтмәй булмай. Прозабыҙға тормоштан, яҙмыштан ошондай йәштәрҙең килеүе үҙе бер һөйөнөс”, – тип яҙҙы күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар.
Ә инде Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай “Ҡалдырма, әсәй!” китабын прозабыҙҙа яңы һүҙ тип баһаланы. Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, Сыуашстандың халыҡ шағиры Юрий Семендер ҙа йәш ижадсының әҫәрен ыңғай баһалап, мәҡәләләр баҫтырҙы.
Һуңғы осорҙа “халыҡ китап уҡымай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә була. Минеңсә, әгәр кешенең йөрәгенә үтеп инерлек әҫәр яҙыла икән, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, эҙләп уҡыясаҡтар. Айгиздең балалар йорто тормошо хаҡындағы повесы – быға асыҡ дәлил.