Килмәктәргә – яңы мәктәп06.03.2012
Учалы районының Килмәк ауылында капиталь ремонттан һуң мәктәп асылды.
Бина 40 йыл элек төҙөлгән, уны яңыртыуға 12 миллион һум аҡса бүленгән. Сығымдың яртыһын белем биреү учреждениеларында авария хәлен кәметеү маҡсатлы программаһы буйынса бүленгән федераль субвенция тәшкил итә. Әйткәндәй, Учалы районы – республиканан был федераль программаға эләккән берҙән-бер район. Төҙөлөш эштәре тамамланғансы 80-дән ашыу бала Миндәк урта мәктәбенә йөрөп уҡыған.