Грипп вирустарының А, В һәм С тигән өс төрө билдәле. Кешегә тәүге икәүһе проблема тыуҙыра, сөнки уларҙың генетик материалдары үҙгәреп тороусан. Яңы барлыҡҡа килгән штамдарға иммунитет булмау сәбәпле, киҙеү менән йыл һайын яфаланабыҙ. Хәҙерге көндә яңы юғары патогенлы сусҡа киҙеүенең вирустары (А/H1N1) ҡурҡыныс тыуҙыра – улар, кешенән кешегә күсеп, тиҙ тарала.Заман прививкалары, эпидемия башланырҙан күпкә алда яһатып өлгөрһәң, киҙеүҙән яҡшы һаҡлай. А һәм В вирустарының вакциналарын үрҙә әйтелгән мутация сәбәпле йыл һайын яңырталар. Күптән түгел Санкт-Петербург ғалимдарының грипп ауырыуынан универсаль вакцина уйлап табыуын хәбәр иттеләр. Уны организмға бер генә тапҡыр ҡаҙатыу ҙа кешене киҙеү йоҡтороуҙан йылдар буйы һаҡлай, тиҙәр.
Әлбиттә, киҙеүгә ҡаршы дарыуҙар аптекала бик күп. Араларында вирус йоҡтороуҙы иҫкәртеүсе, иммунитетты күтәреүсе препараттар һәм төрлө витаминдар бар. Уларҙы эсер алдынан табиптар менән кәңәшләшегеҙ. Хәйер, һуңғы ваҡытта ғалимдар күп кенә дарыуҙарҙың грипп вирусына тәьҫире әҙ йә бөтөнләй юҡ тигән фекергә килә.
Вирустың сығанағы – кеше үҙе. Сир һауа аша ла, тән ағзалары буйлап та күсә. Шуның өсөн эпидемия ваҡытында халыҡ күп йыйылған урындарға бармай тороу хәйерле. Карантин иғлан итеү – киҙеү эпидемияһына ҡаршы бик кәрәкле ысул. Ауырыйһығыҙ икән, битлек кейеүҙе, уны ике сәғәт һайын алмаштырыуҙы онотмаҫҡа тырышығыҙ. Был һау кешеләр менән аралашҡанда бигерәк тә мөһим.
Кешенең ҡулдары ла сирҙең йоғоуына булышлыҡ итә. Грипп менән ауырыған кеше битен ыуғылай, кеҫәһендә ҡулъяулығы булмаһа, усына сөскөрә, аҙаҡ вируслы ҡулы менән әйберҙәр тота, күрешә... Бит-ҡулыңды йыш йыуып тороу мотлаҡ, тышта иһә үҙең менән дезинфекциялаусы салфеткалар, спрейҙар йөрөтөү һәйбәт.
Грипп вирустары йылы, ҡоро, тын урынды ярата, ә һыуыҡ, дымлы, күсеп йөрөүсе саф һауала әүҙемлеген юғалта, юҡҡа сыға. Шуның өсөн бүлмәләрҙе даими елләтергә, иҙәнде йышыраҡ йыуырға кәрәк. Тышта ял итеп йөрөгәндә лә кешегә вирустар янамай. Ҡыш өй эсендәге йылылыҡ – 20-22°С, һауаның дымлылығы 45 – 60% тирәһе булыуы яҡшы. Әгәр фатирҙа һауа ҡоро икән, дымлатҡыс аппарат алып ҡуйырға мөмкин.
Ҡоро һауа танау ҡыуышлығындағы лайлалы тиресәне киптерә, һөҙөмтәлә иммунитет боҙола һәм вирустарға организмға үтеп инеү еңелләшә. Бындай хәлгә юл ҡуймау өсөн лайлалы тиресәне еүешләргә кәрәк. Препараттар дарыуханала күп: физиологик иретмәләр ҙә, һиптергес флаконға ҡойолған әҙер тоҙло һыуҙар ҙа. Һис юғында үҙегеҙ 1 литр һыуға 1 балғалаҡ тоҙ һалып болғатығыҙ ҙа шуның менән танау эсен сайҡатып тороғоҙ.
Роза МОРАТОВА,
БДМУ ассистенты.