Ҡағыҙ әрәм булмай...05.02.2016
Илдең өс төбәгендә – Мәскәүҙә, Белгородта һәм Әстрханда – эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирмәгән поликлиникалар бар. Улар барлыҡ документтарҙы компьютерҙа ғына тултыра һәм электрон версияла һаҡлай. Киләһе йылдан был тәжрибә тотош илгә таратыла башлаясаҡ.
“Электрон хеҙмәтләндереүгә күсеү пособие түләтеү процедураһын ябайлаштыра, табиптарҙы артыҡ эштән азат итә, дауаланыусыларҙы ла ҡултамға һәм мисәт ҡуйҙырып йөрөү мәшәҡәттәренән ҡотҡара, – ти Социаль страховка фонды вәкилдәре. – Өҫтәүенә беҙ медицина учреждениелары, эш биреүселәр менән компьютер аша бәйләнеште яйға һалғас, ялған “больничный” яһаусылар бөтәсәк. Ҡағыҙ мәсьәләһендә лә һәйбәт экономияға иҫәп тотабыҙ (йыл һайын Рәсәйҙә эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ тураһында 40 миллиондан ашыу бланк тултырыла. – Ред.).
Тағы ла бер яҡтан файҙа бар икән: электрон мәғлүмәттәр теге йәки был сир менән яфаланғандарҙы һанағанда, эпидемиялар арҡаһында күрелгән иҡтисади зыянды баһалағанда, халыҡты яҡшыраҡ дауалау маҡсатында яңы ысулдар эҙләгәндә ҡулай буласаҡ.
Тик әлеге технологияны барыһына ла көсләп тағырға йыйынмайҙар. Теләгән кешегә “больничный”ҙы ҡағыҙға баҫтырып алыу мөмкинлеге биреләсәк.