“Өйҙә генә ауырыһындар”05.02.2016
Федерация Советы ағзалары киҙеү эпидемияһы осоронда барыһына ла, хеҙмәт стажының күпме булыуына ҡарамай, “больничный”ҙы эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләү тураһында закон сығартмаҡсы. Улар ил Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодецҡа тәҡдимен еткергән дә инде.

Сенаторҙарҙы бындай аҙымға нимә этәргән һуң? Әлбиттә, сирҙең киң таралып, миллиондарса кешене аяҡтан йығыуы арҡаһында иҡтисадыбыҙҙың ҙур зыян күреүе. “Күптәр, ныҡ ауырыһа ла, айлыҡ килеменең бер өлөшөн юғалтыуҙан ҡурҡып табипҡа бармай, һаман эшкә йөрөй бирә, һөҙөмтәлә үҙҙәренең һаулығын да ҡаҡшата, бүтәндәргә лә вирус йоҡтора”, – ти башланғыс авторҙары.
Әле Рәсәйҙә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие ошолай түләнә: стажы 5 йылдан аҙыраҡ кешегә – 60, 8 йылға тиклем мәшғүл булғанға – 80, унан оҙағыраҡ хеҙмәт иткәнгә 100 процент күләмендә. Йәнә бер әтнәкәһе бар: Социаль страховка фонды иғәнә билдәләгәндә йыллыҡ эш хаҡының иң ҙур дәүмәле 718 мең һум тип иҫәпләй, шунлыҡтан “больничный”ҙың бер көнө 1772,6 һумдан артыуы мөмкин түгел. Тимәк, бик юғары баһаланған хеҙмәткәр ҙә, ауырып китһә, айына 40 мең һумдан күберәк аҡсаға өмөт итә алмай. Сенаторҙар уныһын да ҡайғыртҡан: эпидемия мәлендә сирләгәндәргә тәүге 10 көндөң пособиеһын сикләмәй түләргә кәрәк, тиҙәр.
Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәргә “больничный”ҙа ултырырға ойошма етәксеһе рөхсәт итмәй. Был бигерәк тә һатыусылар миҫалында асыҡ күренә. Рәсәйҙең Пациенттар лигаһы ағзалары фекеренсә, ундай осраҡтар өсөн эш биреүселәргә штраф сәпәргә кәрәк. “Сирле кеше урынына икенсе берәүҙе яллау административ яза алыуға ҡарағанда отошлораҡ килеп сығырға тейеш”, – ти улар.


Вернуться назад